Байрамдар осоронда республикала биш йөҙҙән ашыу ОСАГО полисы һатылған, уларҙың 10 проценты интернет ярҙамында

Байрамдар осоронда республикала биш йөҙҙән ашыу ОСАГО полисы һатылған, уларҙың 10 проценты интернет ярҙамында 15.01.2017

Бындай уңайлыҡ 1 ғинуарҙан барлыҡҡа киллде.  Хәҙер страховка полисының электрон вариантын да һатып алып була.

Был алым иһә махсус рәүештә булдырылған сират, бланктар юҡ тип страховка эшләүҙән баш тартыу, өҫтәмә хеҙмәттәр  алырға мәжбүр итеү осраҡтарын сикләйәсәк, ти белгестәр.
Шамил Әминев , Башҡортостан милли банкының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: «Милли банк ҡушыуы буйынса, страховкалау менән шөғөлләнеүсе һәр компания  интернет сәхифәләрен шартына килтереп полистарҙы электрон һатыуға сығарырға бурыслы. Сайттар утыҙ минуттан да артыҡ эшләмәй торорға тейеш түгел. Был  халыҡты намыҫһыҙ эшләүсе компанияларҙан  сикләргә һәм үҙ хаҡына страховка полисы менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирәсәк».
Шулай ҙа интернет аша страховкалау һаманға тиклем камил түгел. Электрон полис алырға теләүселәр бихисап ҡатмарлыҡтарға тап була. һөҙөмтәлә улар һаман да шул офистарға килеп сиратҡа баҫырға мәжбүр була.
Әйткәндәй, юғарыла юл ҡағиҙәләрен йыш боҙоусыларға страховка тарифтарын арттырыу тураһында ла һүҙ алып барыла. Йәғни, нисә тапҡыр тәртип боҙаһың, полис өсөн шул тиклем күберәк түләргә тура киләсәк. Әгәр артығын түләргә теләмәһәгеҙ әленән үк үк юлда тәртиплерәк йөрөргә тырышығыҙ.
Бынан ары  ниһайәт, кредит буйынса бурысы булған халыҡты ҡурҡытып тотҡан коллекторҙарҙың да ҡулы ҡыҫҡарасаҡ. Уларҙың эшмәкәрлеген суд приставтары күҙәтеүгә ала. Йәғни, реестрға ингән  ойошмалар ғына бурыс ҡайтарыу эше менән шөғөлләнә ала.
Әлегә Башҡортостанда бер генә  коллектор ойошмаһы ла эшмәкәрлек алып барыуға рөхсәт алмаған. Бының өсөн уларҙың устав капиталы кәм тигәндә ун миллион һум булырға тейеш. Ә бына федераль компаниялар ала алған. Яңы законға ярашлы, бирәсәге булғандарҙы туҡтауһыҙ  телефондан  һәм осрашыуҙар менән маҙалаусы, янаусы коллекторҙарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. Бурыс йыйыусылар бирәсәге булғандарға шылтыратыу хоҡуғы ла кәметелә һәм осрашыуҙар аҙнаһына бер генә тапҡыр рөхсәт ителә.
Руслан Шерстнев, Башҡортостандың баш суд приставы урынбаҫары: «Яңы законда бурыстар аныҡ билдәләнгән: шылтыратыуҙар көнөнә  ике, аҙнаға  дүрт, айына 16 тапҡырҙан артмаҫҡа тейеш. Бынан тыш,  граждандар ғариза яҙып коллекторҙар менән хеҙмәттәшлек итеүҙән  бөтөнләй баш тарта ала».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика