Байрамдар осоронда республикала биш йөҙҙән ашыу ОСАГО полисы һатылған, уларҙың 10 проценты электрон сервистар ярҙамында 13.01.2017

Бындай һатып алыу мөмкинлеге быйылғы йылдан башлап эшләй.

Росгосстрах ойошмаһынан аңлатыуҙарынса, страховкалауҙы рәсми сайтта ғына башҡарып була. Аралашсы йәки агенттар аша  эшләү законһыҙ. Бынан тыш, документтарҙы әҙерләү хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡала. Интернетта бары стандарт документтар тупланмаһы һорала.
Юрий Шпизель, «Росгосстрах» компанияһының башҡортостан  филиалы директоры: «Документтар шул килеш ҡала. Килешеү төҙөгән кешенең һәм транспорттың  паспорты, үҙегеҙҙең һәм техника менән идара итергә     хоҡуғы булған башҡа автоһәүәҫкәрҙәрҙең документтары, техник күҙәтеү талоныны номеры кәрәк».
Шулай ҙа интернет аша страховкалау формаһы буйынса ҡайһы бер автоһәүәҫкәрҙәрҙә һорау тыуа. Был осраҡта улар компанияға килеп, белгестәрҙән тулы мәғлүмәт һәм консультация ала ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика