Баймаҡта – «Стартап» автобусы

Баймаҡта – «Стартап» автобусы 29.12.2015

Бөгөн иҡтисади шарттарҙа үҙ эшеңде нимәнән башларға, көрсөк ҡуйған кәртәләрҙе нисек йырып сығырға һәм башҡа мөһим һорауҙарға яуапты яңы эш башлаған эшҡыуарҙар махсус уҡыуҙа таба алды.

Республиканың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау үҙәге, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты  «Стартап» автобусын ойоштороп, көньяҡ-көнсығыш төбәк эшҡыуарҙарын бер урынға йыйҙы.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, яңы эш башлағандарға ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығырға дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеү маҡсатында уҙғарылған сараға Сибай, Баймаҡ һәм Хәйбулла йәштәре йыйылды. Стартап автобусының маҡсаты һәр районда булып, урындағы эшҡыуарҙар менән осрашып, аралышып, уларҙы борсоған мөһим мәсьәләләрҙе тыңлап бер фекергә килеү.
Айрат Ғибәҙуллин,  «Стартап автобусы» проектын ойоштороусы:  «Төп ҡыйынлыҡ- эшҡыуарҙарҙың белеме һай булыуы. Шуға ла беҙҙең бурыс йүнселдәргә ошо белемдәрҙе еткереү һәм уңыш сере үҙҙәренең ҡулында икәнлеген аңлатыу».
Ике ай элек башланған сарала республиканан барлығы 150-нән ашыу эшҡыуар ҡатнашҡан. Ә баймаҡта үткән уҡытыуҙа тағы ла 40-ҡа яҡын эшҡыуар ҡушылды. Көньяҡ-көнсығыш төбәктең ауыл хужалығы районы булыуын иҫәпкә алғанда, сарала башлыса яңы эш башлаған фермерҙар һәм сауҙа,халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләгән эшҡыуарҙар түңәрәк өҫтәл артында үҙ проблемалары менән бүлеште.
Махсус уҡытыу барышында эшҡыуарҙар әүҙем ҡатнаша, тип белдерә сараны ойоштороусылар. Һәр райондың үҙ проблемаһы, әммә эшҡыуарҙар өсөн кредиттарҙың юғары процент менән бирелеүе,  килемдең сығымдарҙы ла ҡапламауы уртаҡ проблемаларға инә.
Владимир Усов, тренер: «Стартап автобусында эшҡыуарҙарҙың әүҙем ҡатнашыуын тәьмин итеү методикаһын ҡулланабыҙ. Бында инде йүнселдәр үҙҙәренең бизнестарын киңәйәтеү һәм табышлы яңы йүнәлештәр буйынса докладтар менән сығыш яһай».  
Стартап автобусы бар республиканы урап сығасаҡ. Әлбиттә бындай уҡытыуҙар яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға башланғыс, дөрөҫ йүнәлеш бирәсәк. Әммә һәр кемдең эшләп китеүе уның елкәһенән, эштән ҡурҡмауынан  тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку