Баймаҡ районының  Түбә  ауылы  элек-электән быйма баҫыусылар менән дан тота 07.11.2016

Ҡулдан баҫылған быймалар йомшаҡ та, йылыраҡ та. Шуға күрә уларға баҙарҙа ихтыяж да һәр ваҡыт ҙур була.  Түбәләр быйма баҫыу серҙәрен быуындан-быуынға тапшырып килә.

Быймаларҙы халыҡ яратып һатып ала. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ҡотҡарыусы аяҡ кейемен балаларҙан алып олоһона тиклем кейәләр.Түбә оҫталары өсөн быйма баҫыу миҙгеле ноябрҙән башлана. Йөн йыйыу, тетеү, быйма баҫыу, баҙарға сығарып һатыу-мәшәҡәте етерлек. Барыһы ла тиерлек ҡул көсө менән башҡарыла. Урал Ҡустыбаев  егерме йыллап быйма баҫа. Атай-олатайҙарҙың  йөндән быйма эшләүен ҡарап, ҡыҙыҡһынып үҫкән  быймасы  был эште  ғүмерлек кәсебе итеп күрә.
Быйма өсөн йөн  халыҡтан  йыйып алына.  Шулай уҡ үҙҙәре лә күпләп  һарыҡ  малы үрсетә.  Бер ҡышта 200-250 пар аяҡ кейеме әҙерләп өлгөрә  Ҡустыбаевтар. Миҙгелле эш булһа ла  был шөғөлдән ярайһы ғына килем ала йүнселдәр. Быйма хужаһы үҙе лә ҡыш башынан аяғынан быйма төшөрмәй. Аяҡты һыуыҡтан һаҡлау - күп сирҙәрҙән ҡурсалай, ти ул.
Исемдәре тирә-яҡҡа билдәле Түбә быймасыларының эшен, кәсебен әле лә уңышлы дауам итеүселәрҙең  булыуы ҙур һөйөнөс.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика