Баймаҡ районында Әбйәлил районы эшҡыуары Линара Заһитова етәкләгән тегеү цехының сираттағы филиалы асылды

Баймаҡ районында  Әбйәлил районы эшҡыуары Линара Заһитова етәкләгән тегеү цехының сираттағы филиалы асылды 10.06.2016

Йомаш ауылында урынлашҡан  цех алтмышҡа яҡын кешене эш урыны менән тәьмин итәсәк. Әйткәндәй, ғинуарҙа ошондай уҡ оҫтахана Ҡолсора ауылында асылғайны.

Һуңғы осорҙа һәр төбәктә  халыҡҡа эш урындарының етмәүе- көнүҙәк проблемаға әүерелде. Шуға күрә һәр хеҙмәт урыны ҡиммәткә төшә, айырыуса, ауыл ерлегендә. Элекке балалар баҡсаһы бинаһын тергеҙеп, унда тегеү цехын булдырыу тәү сиратта урындағы етәкселәрҙең хеҙмәте.  Ошо көндәрҙә Йомаш ауылында сафҡа ингән тегеү цехы яҡын тирәлә урынлашҡан биш-алты ауыл халҡын эшкә йәлеп итте. Бөгөн бында барлығы 57 кеше эшләй, хеҙмәт урындарын  ике йөҙгә тиклем арттырыу ҡаралған. Фазила Үтәғолова- оҙаҡ йылдар тегеү өлкәһендә тәжрибәһе булған оҫта. Күрше ауылдан йөрөп эшләүенә ҡарамай, таныш эшенә дәррәү ҡушылған.
Ике сменала эшләгән тегеү цехы махсус өҫ кейемдәре етештерәсәк. Әле  эшселәр тегеү серҙәренә төшөнә. Уңайлы эш шарттары, ваҡытында түләнгән хеҙмәт хаҡы менән тәьмин иткән тегеү цехының асылыуы эшһеҙлектән йонсоған ауыл халҡы өсөн оло байрам.
Ҡыш айында Ҡолсора ауылында үҙ ишектәрен асҡан тегеү цехы бөгөн тулы ҡеүәтендә  эшләй. Күптән түгел цех өр-яңы теген машиналары менән яңыртылған. Бар мөмкинлектәр булғанда, һәр кем  үҙ планын үтәргә тырыша.
Урындарҙа буш торған биналарҙы тергеҙеп, халыҡты эш менән тәьмин иткән еңел сәнәғәттең киләсәге ҙур - районда тиҙҙән тағы ла биш тегеү цехын булдырыу күҙаллана.  Рамаҙан айының тәүге көнөндә үҙ ишектәрен асҡан бәләкәй преприятиеның ҡеүәтле булып эшләп китеүе урындағы халыҡтың намыҫлы, тырыш хеҙмәтенән тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку