Баймаҡ районы Түбә ауылына тулыһынса тәбиғи газ киләсәк

Баймаҡ районы Түбә ауылына тулыһынса тәбиғи газ киләсәк 22.07.2015

Бынан тыш ауылда урындағыларҙын башланғысы менән  башҡа төҙөкләндереү  эштәре лә бара.  Таҙа яр акцияһына ҡушылып ҡоҙоҡтар, һыу буйы таҙартыла,  унан «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә халыҡты борсоған һыу мәсьәләһен  хәл итеү.  

Республикала май айынан июль аҙағына тиклем Таҙа яр экологик акция  үтә. Был акцияға Баймаҡ районының күп ауылдары әүҙем ҡушылды. Түбә ауылында ла ошо сараға ярашлы Сапсал йылғаһы буйын таҙартыу һәм ауылда урынлашҡан ҡоҙоҡтарҙы рәткә килтереү планға алынған. Өмөт ҡоҙоғо былтыр уҡ рәтләтһә, быйыл Сапсал йылғаһы  буйындағы һыу алыу урыны төҙөкләндерелә.

Тыуған яҡтың экологик торошон яҡшыртыу һәм тирә-яҡ мөхит торошо өсөн халыҡта яуаплылыҡ тойғоһон арттырыу сараның төп маҡсаты булып тора. Проблемалар һәр ауылда етерлек. Уларҙы хәл итеү күп ваҡыт оҙаҡ йылдар дауам итә, ҡайһы берҙәре бөтөнләй иғтибарҙан ситтә ҡала. «Реаль эштәр» проектында ҡатнашыусыларға халыҡтың әүҙемлеген иҫәпкә алып финанс ярҙам да бүленә. Түбә ауыл биләмәһе реаль эштәр программаһына ҡушылып ауыл уртаһындағы һыу башняһын алмаштырыу өсөн проект төҙөй.

Ауылы халҡының 1/3 өлөшө урамдарҙағы калонкаларҙан эсәр һыу ала. Уның башняһы менән мәктәп, больница һәм балалар йорто файҙалана. Әммә ул тулы көсөнә эшләмәй. Бөгөнгө көндә ауыл урамдарында 13 калонка эшләй. Һыу башняһы тулыһынса алмаштырылһа уларҙың һанын да арттырыу мөмкинлеге тыуасаҡ. "Реаль эштәр" программаһы  ауыл халҡының тормош кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелә, һәм ул ошо проблемаларҙы хәл итеүҙә ҙур  ярҙам итәсәк.

Рүзилә Вахитова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку