"Башнефть" заправкаларында бензиндың бөтә маркаларына ла хаҡ артты

"Башнефть"  заправкаларында бензиндың бөтә маркаларына ла хаҡ артты 28.07.2015

80-се, 92-се һәм 95-се бензин - 40, 98-се - 60 тингә ҡиммәтләнде. Дизель яғыулығының хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалды.

Йыл башынан республика автозаправка станцияларында яғыулыҡҡа хаҡ уртаса 2,8 процентҡа артты. Компания вәкилдәре әйтеүенсә, Рәсәйҙә йылдың тәүге яртыһында инфляцияның 8,5  һәм нефть продукттарына биржа хаҡтарының 25 проценҡа артыуын иҫәпкә алғанда, республикала бензин хаҡтары үҙгәрешен тотороҡло тип билдәләргә мөмкин.  Башҡа тауарҙар менән сағыштырғанда ла, бензин хаҡтарына бәйле хәлде киҫкен, тип әйтеп булмай. 2015 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡ - 9,6, йәшелсә менән еләк-емешкә - 19,6, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙарға 7 процентҡа артҡан. Компанияла шулай уҡ, башҡа күмәртәләп һатыу селтәрҙәре менән сағыштырмаса, ,,Башнефть" ойошмаһында яғыулыҡ  хаҡтарының уртаса кимәлдә ҡалыуын билдәләйҙәр.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку