«Башнефть» компанияһында шәмбе һайын яғыулыҡҡа хаҡ арта башланы

«Башнефть» компанияһында шәмбе һайын яғыулыҡҡа хаҡ арта башланы 28.01.2017

Бөгөн дә бензин ҡойоу станцияларына килеүсе водителдәрҙе күңелһеҙ яңылыҡ ҡаршы алды. Уҙған аҙналағы кеүек, был юлы ла юғары ихтыяж менән файҙаланылған АИ-92 һәм ATUM-92 маркалы яғыулыҡтар ҡиммәтләнгән. Хәҙер уларҙың бер литры 35 һум 10 тин һәм 35 һәм 70 тин тора. Шулай итеп, ғинуарҙа бензинға хаҡ 50-60 тингә өҫтәлде. Яғыулыҡтың ҡалған төрҙәренә хаҡ үҙгәрешһеҙ ҡала. Бер үк ваҡытта «Лукойл» компанияһының Башҡортостандағы заправкаларында ла күптән түгел хаҡтарҙың артыуы күҙәтелде.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика