Башнефть акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ябай акциялар буйынса дивидендтар түләүҙе 2017 йылдың аҙағына күсерергә кәңәш иткән

Башнефть акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ябай акциялар буйынса дивидендтар түләүҙе 2017 йылдың аҙағына күсерергә кәңәш иткән 29.05.2017

Дивидендтар 2017 йылдың 9 айы һөҙөмтәләре буйынса, үткән йылдарҙағы таратылмаған килемде иҫәпкә алып түләнәсәк. Түләү ваҡытын кисектереү нефть эшкәртеүгә инвестициялар күләмен арттырыу һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә сығымдар талап ителеү менән бәйле, тиҙәр компания вәкилдәре.

Һалым өлөшө, бағыусылыҡ һәм дивиденттар былтырғы кимәлдә ҡалыр тип көтөлә. Сәнәғәт объекттары һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеге Башнефть акционерҙары өсөн төп йүнәлештәрҙең береһе. Былтыр декабрҙә Ростехнадзор 2 меңгә яҡын етешһеҙлекте асыҡлағайны. 2017 йыл аҙағына компания уларҙың яҡынса 45 процентын теүәлләргә   иҫәп тота. Ҡарарҙы Башҡортостан хөкүмәте лә хупланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, компанияның 25 процент акциялары республиканыҡы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку