Башҡортостандың Урал аръяғы райондарын үҫтереү дауам итәсәк 14.09.2016

Төбәккә икенсе һулыш биргән маҡсатлы программа оҙайтылды. 2010 йылда ҡабул ителгән башланғыс һиҙелерлек һөҙөмтәләр биреп өлгөргән. Тап уның ярҙамында республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә эш хаҡы ике, ә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү 1,7 тапҡырға артҡан. Тиҫтәнән ашыу социаль объект барлыҡҡа килгән, 500 саҡрым юл төҙөлгән һәм төҙөкләндерелгән.  

800 баш һарыҡты ҡураға индереү еңелдән түгел. Шуға ла көтөүсе Иншар Әминев малды тоғро эте ярҙамында ҡамай. Ләкин тиҙҙән  был ғына ҡотҡара алмаясаҡ, алдағы йылдарҙа «Маяҡ» хужалығында бәрәндәрҙе 60 мең башҡа еткерергә иҫәп тоталар. Шул уҡ ваҡытта предприятиела яңы цехтар барлыҡҡа киләсәк.
Әле хужалыҡта 8 меңдән ашыу мал иҫәпләнә. Дөйөм алғанда, Ейәнсура һәм күрше райондарҙа «Маяҡ» нигеҙендә малсылыҡ кластеры булдырыу ҡаралған. «Урал аръяғында һарыҡсылыҡты үҫтереү» проектына инвестициялар 350 миллион һумдан ашасаҡ.
Баймаҡ районы мегафермаһының уңыштары ла ҡыуандырырлыҡ. Күлтабан ауылындағы хужалыҡта хәҙер роботтар эшләй. Мәҫәлән, был аппарат 16 сәғәт буйына бөйрәкәйҙәр таратҡан аҙыҡты кире уларҙың алдарына йыя. Технология һауымды арттырыуға йүнәлтелгән.
Баймаҡ һәм Ейәнсура райондарын иҡтисади яҡтан бәйләйәсәк мегафермаға  ярты миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған, әле бында меңгә яҡын эре мөгөҙлө мал аҫырала.
Урал аръяғында мал аҙығына быйыл ҡытлыҡ юҡ. Иген культуралары ла уңған. Хәйбулла һәм Баймаҡ райондары аграрийҙары гектарынан 20 центнер ҡеүәт менән оҙаҡ йылдар булмаған мул уңыш йыйып алды. Күрһәткес буйынса муниципалитеттар республикала алдынғылар рәтендә.
Бында шулай уҡ субсидияларҙың да роле ҙур. Урал аръяғы райондары ауыл хужалығына бүленгән дәүләт ярҙамының дүрттән бер өлөшөн алған. Ғөмүмән, Башҡортостан Хөкүмәте көньяҡ-көнсығышты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Һуңғы йылдарҙа бында урындағы һәм инвестиция башланғыстарын хуплау, адреслы программалар айырыуса һөҙөмтәле эшләй. Улар сиктәрендә социаль объекттар төҙөлә, юлдар һалына, эш урындары булдырыла.
Урал аръяғын үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлеш. 2010 йылдан башлап программаға бюджеттан 71 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Был 10 меңдән ашыу эш урыны булдырыу мөмкинлеге биргән. Программаның һөҙөмтәһен иҫәпкә алып, уны 2020 йылға тиклем оҙайтыу ҡарары ҡабул ителгән. Төп маҡсат - төбәктең өлөшләтә булһа ла үҙ-үҙен тәьмин итә алыуына өлгәшеү.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика