Башҡортостандың тиҫтәгә яҡын предприятиеһы республика башлығы премияһына лайыҡ булды

Башҡортостандың тиҫтәгә яҡын предприятиеһы республика башлығы премияһына лайыҡ булды 21.09.2016

Бөгөн Хөкүмәт йортонда сифат өлкәһендә ойошторолған конкурс еңеүселәре тәбрикләнде.

Башҡоротостан Башлығы премияһына барлығы туғыҙ предприятие лайыҡ тип табылған. Улар араһында төҙөлөш материалдары, химия продукцияһы етештереүселәр, төҙөлөш, транспорт  компаниялары һәм медицина учреждениелары ла бар. Был компаниялар республиканың ғорурлығы һәм тап һеҙ тотош төбәктең йәшәү сифатын сағылдыраһығыҙ , тине хөкүмәт премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов еңеүселәрҙе тәбрикләп.
Башҡортостан башлығының сифат өлкәһендәге премияһына республиканың бихисап предприятиелары дәғүә иткән. Ләкин һайлап алыу шарттары ҡаты, ти ойоштороусылар. Еңеүселәрҙең етештерелгән продукцияһы, идара итеү алымдары һәм үҫеш мөмкинлектәре лә тикшерелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика