Башҡортостандың ҡошсолоҡ комлексын камиллаштырыуға 5 миллиард һум аҡса йүнәлтелә 01.06.2017

Был туралағы килешеүгә бөгөн Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡул ҡуйылды. Күләмле сарала Башҡортостан  делегацияһын Хөкүмәт премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкләй. Форумдың тәүге көнөндә республика вәкилдәре байтаҡ эшлекле осрашыуҙар уҙғарҙы. Ҡошсолоҡ комплексын камиллаштырыуҙы күҙ уңында тотҡанда  был өлкәлә тауар етештереү күләмен арттырыу юлдары ҡарала. Һөҙөмтәлә яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Уларҙың һаны 500-гә етергә тейеш.

Форум барышында ҡул ҡуйылған тағы ла бер күләмле килешеү Өфө аэропортының эске рейстар терминалын төҙөкләндереүҙе финанслау проектына ҡағыла. Әле Башҡортостандың һауа ҡапҡалары аша сәғәтенә 1400 кеше үтә. 2019 йылда тамамлау күҙалланған эштәрҙән һуң был күрһәткес 1700 кешегә етергә тейеш. Проект 2 миллиард һумға баһалана. Финанслау халыҡ-ара иҡтисади үҫеш банкы аша бүленә. Рөстәм Мәрҙәнов шулай уҡ Омск өлкәһе губернаторы Виктор Назаров менән дә эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Яҡтар ике яҡлы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Әңгәмә барышында  төбәк-ара нефть химияһы кластерын булдырыу мәсьәләһе лә тикшерелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика