Башҡортостандың күп функциялы үҙәге 2016 йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылды 17.04.2017

Үҙәктә көн һайын мең ярымға яҡын документ тултырыла Клиенттар сиратта алты минуттан да артыҡ тормай. Белгестәр мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡырҡтан ашыу тәҙрәлә ҡабул итә. Илдең 64 төбәгенән 124 учреждение араһында Өфөнөң Ғөбәйҙуллин урамында урынлашҡан күп функциялы үҙәге иң яҡшыһы тип табылыуы осраҡлы түгел.

Әйткәндәй, күп функциялы үҙәктә ишетеү һәләте насар булған кешеләр ҙә ҡабул ителә. Шуға ла ул «Сиктәр юҡ» проекты конкурсында еңеп сыға ла инде. Шулай уҡ күп функциялы үҙәктең иң яҡшы белгесе тигән номинацияла тәүге ун исемлеккә Өфөнән Алина Шәйхуллина ингән. Йәш белгес бер йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙен яҡшы әҙерлекле хеҙмәткәр итеп күрһәтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика