Башҡортостандың арбитраж суды «Роснефть»тең «Система» корпорацияһына дәғүәһен ҡарауҙы бер аҙнаға күсерҙе 12.07.2017

Яуап тотоусылар документтарҙы өҫтәп өйрәнеү өсөн бер ай ваҡыт һорағайны, әммә яңы хужалар эште тиҙерәк ябыу яҡлы. Киләһе суд  ултырышы 19-сы июлдә үтәсәк.

«Система» юристары суд залына бер түгел 4 сумаҙан документ менән килде. Был аңлашыла, нефть компанияһы тирәләй низағ бер нисә йыл инде тынмай. «Башнефть» компанияһы Мәскәүҙең «Система» корпорацияһы ҡарамағына 2009-сы йылдан күсте. Ә биш йылдан һуң дәүләт был һатып алыу килешеүен законһыҙ тип тапты. Дәүләт милкенә ҡайтарылған компанияны «Роснефть» һатып алды. Аудит тикшереүҙәре «Система» вәкилдәренең «Башнефть» активтарын махсус рәүештә  ситкә сығарыуын иҫбатланы. Ә яңы хужалар ошо йылдарҙағы юғалтыуҙарҙы 170 миллиард һум күләмендә баһалай, был Башҡортостандың йыллыҡ бюджетына тиң тиерлек. «Роснефть», «Башнефть»,  республика Хөкүмәте килтерегән зыянды ҡайтарыу өсөн арбитраж судҡа мөржәғәт итте. Бөгөнгө суд ултырышы икенсеһе.
«Башнефт»тең элекке хужалары  судҡа үтенес артлы үтенес ебәреүен дауам итә.  2014-се йылда директорҙар советы рәйесе булған Феликс Евтушенковты йәлеп итеү тәҡдимен судья бөгөн дә кире ҡаҡты. Башнефттең 200-гә яҡын акцияһын һатып алған һәм үҙен зыян күреүсе тип иҫәпләгән юристың ғаризаһы ла судта яҡлау тапманы.
Рөстәм Хәмитов  нефть заводын төҙөкләндереүгә 40-45 миллиард һум аҡса талап ителәсәген белдерҙе. Предприятиены яңыртыуға илке-һалҡы ҡараш булған. Уның  ҡарауы «Башнефть»тең элекке топ-менеджерҙары үҙҙәренең хеҙмәтен бик юғары баһалай, эш хаҡынан тыш ҙур премиялар ҙа түләнә.
«Башнефть» компанияһының яңы хужаһы республикала тармаҡтың үҫешенә ыңғай этәргес бирҙе. Атап әйткәндә, хәйриә программаларын финанслау  артҡан. Системалар әүәл был маҡсатта йылына 1 миллиард һум аҡса йүнәлтәһә, «Роснефть» хәҙер сумманы 4 тапҡырға күтәргән. Башҡортостан башлығы белдереүенсә, әгәр ҙә суд дәғүә белдереүселәрҙең талаптарын  үтәп, зыянды ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул итһә, ғәҙеллек тантана иттте тип әйтергә мөмкин буласаҡ.
«Система» корпорацияһы идара иткән  осорҙа килтерелгән юғалтыуҙарҙы ҡайтарыу буйынса суд ултырыш һуңғыһы түгел. Яуап тотоусылар бер айлыҡ тәнәфес һорауға ҡарамаҫтан, дәғүә белдереүсе яңы хужалар, йәғни «Роснефть» яғы эште тиҙерәк тамамлау яғында. Артбитраж суд киләһе ултырышты 19-сы июлгә тәғәйенләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика