Башҡортостандың 100 йыллығына – автомагазиндар

Башҡортостандың 100  йыллығына – автомагазиндар 01.02.2018

Республикала үҙенсәлекле пилот проект ғәмәлгә ашырыла башланы. Ул сауҙа нөктәләре булмаған ауылдарҙы аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Был программа уңайлыҡтарын тәүгеләрҙән булып Ҡариҙел районында йәшәүселәр һынап ҡараны.

Был магазин һатыусыларының иртәһе машинаға тауар тейәү менән башлана. Бер айҙан ашыу инде улар сауҙа нөктәләре булмаған төбәктәрҙе хеҙмәтләндерә. Бөгөн Ҡариҙел районында төпкөлдә урынлашҡан ике тиҫтәләп ауыл иҫәпләнә. Әлбиттә, унда йәшәүселәрҙең аҙыҡ-түлек артынан көн һайын йыраҡҡа йөрөргә мөмкинлеге юҡ. Шуға ла улар өсөн республикала үҙенсәлекле  проект  ғәмәлгә ашырыла.
Әлегә «Тәгәрмәсле» магазин Александровка ауылына аҙнаһына бер тапҡыр ғына килә. Шуға ла урындағы халыҡ ете көнгә етерлек запас алып ҡалырға тырыша. Кешеләр бигерәк тә икмәк, йәшелсә, һөт һәм ит ризыҡтарын бик теләп ала. Шулай уҡ көндәлек тормоштағы башҡа кәрәк-яраҡтарға ла ихтыяж ҙур. Автокибет килә башлау менән ауылда йәшәү кимәле күпкә яҡшырҙы, ти һатып алыусылар.
Бөгөн бындай автолавкалар республиканың 10 районын хеҙмәтләндерә. Программала тәүгеләрҙән булып сауҙа хеҙмәтләндереүен ойоштороу мәсьәләһе киҫкен торған төбәктәр ҡатнашҡан. Күсмә сауҙаны үҫтереү өсөн республика ҡаҙнаһынан 15 миллион һум аҡса бүленгән.
Автокибеттәр халыҡты махсус әҙерләнгән маршрут һәм график буйынса хеҙмәтләндерә. Бының өсөн автомобилдәрҙең барыһы ла аҙыҡ-түлекте тейешле шарттарҙа һаҡлау мөмкинлеге биргән ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Төбәктә күсмә сауҙаны үҫтереү программаһы Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыллығына арналған. Ул төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе халыҡтың йәшәү кимәлен яңы баҫҡысҡа күтәрер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку