Башҡортостандың 100 йыллығына -100 объект!

Башҡортостандың 100 йыллығына -100 объект! 10.10.2017

Йәрмәкәй районы үҙәгендәге Физкультура-һауыҡтырыу үҙәген сафҡа индереү тап ошо прорамма сиктәрендә башҡарыла. Үҙ бассейны, бокс, баскетбол, волейбол һәм  тренажер залдары булған объект бюджеттан тыш саралар иҫәбенә төҙөлә.

Объектта туҡтауһыҙ эш ҡайнай. Монтажсылар электр селтәрҙәрен һуҙа, бина ҡышҡылыҡҡа тейешенсә йылытыла, иретеп-йәбештереү һәм ҡорамалдарҙы урынлаштырыу проектҡа ярашлы алып барыла. Подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре һәм төҙөүселәр эште сифатлы һәм графиктан  тайпылмай башҡара. Төҙөлөш барған объектта электр сымдарын һуҙыу, комуникациялар үткәреү ҙә тамамланыу алдында.

Быға тиклем районда бассейн булмаған. Район халҡы һәм мәктәп йәшендәге балалар, һыу инер өсөн махсус рәүештә Өфөгә һәм Ҡазанға йөрөгән. Тиҙҙән төҙөлөп бөтәсәк бассейн районда йөҙөү спортын үҫтереү, балаларҙы сыныҡтырыу һәм сәләмәт тормош алып барырға булышлыҡ итәсәк. Уның майҙаны -  275 квадрат метр. Оҙонлоғо-25, киңлеге -11метр.  

2017 йылда был мөһим төҙөлөшкә 70 миллион һум аҡса бүленгән. Объекттың смета хаҡы -157миллион һум тәшкил итә. Әлеге ваҡытта бинаға газ үткәрелә һәм эске бүлемдәр һалына. Барлыҡ эштәр бюджеттан тыш сараларға башҡарыла.

Йәрмәкәй ауылында физкультура-һауыҡтырыу үҙеге 2014 йылдың июнь айында төҙөү башлана. Объект 2018 йылдың 1 сентябренә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Республиканың100 йыллығына -100 объект программаһына инселәнгән төҙөлөштөң майҙаны -3000 квадрат метр. Сменаға -100 кешене ҡабул итә аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку