Башҡортостандан ике йөҙ меңдән ашыу кеше вахта менән  илебеҙҙең төньяҡ төбәктәрендә эшләй 19.03.2017

Беҙ уларҙы Башҡортостандың хеҙмәт баҙарына йүнәлтергә тырышабыҙ. Халыҡ  үҙебеҙҙә эшләргә әҙер. Мәсьәлә хаҡы - 20-25 мең һум. Вахта буйынса эшләүселәр айына 50 мең тирәһе хеҙмәт хаҡы ала. Ләкин киләһе айҙа өйҙә эшһеҙ ултыралар. Был хеҙмәт көсөн республика иҡтисадына ҡайтарыу кәрәк. Улар бит әҙер механизаторҙар, тракторсылар, электриктар һәм башҡа һөнәр оҫталары. Рөстәм Хәмитовтың «Эксперт-Урал» журналына биргән интервьюһы.

Ике йөҙ мең ... ә бит иҫәпкә алынмағандар тағы ла күберәк. Тимәк, кәм тигәндә ике йөҙ мең ғаилә вахта рәүешендә йәшәй. Ике йөҙ мең ғаиләлә балалар атай тәрбиәһен күрмәй үҫә. Ике йөҙ мең ҡатын-ҡыҙ йорт-ҡаралтыла бер үҙе  ауыр ирҙәр йөгөн тарта. Кәм тигәндә ике йөҙ мең ир үҙ ҡатынының наҙын да күрмәй төньяҡта бил бөгөргә мәжбүр. Һөҙөмтә шатланырлыҡ түгел. Тарҡалған ғаиләләр, урам тәрбиәһенә бирелгән балалар, әхлаҡ, ғаилә  ҡиммәттәренең юҡҡа сығыуы һәм башҡа кире күренештәр. Милләттәштәребеҙҙе кире республикаға ҡайтарыу тураһында уйланғанда иҡтисади мәсьәләләрҙән тыш ошо проблемаларҙы ла күҙ уңында тотһалар ине. Бәлки, эш йылдамыраҡ барыр ине. Әлегә ирҙәр оҙон аҡса эҙләп Себер китә...
Типһә тимер өҙөрҙәй мыҡты кәүҙәле ир-егеттәр Когалымға юлланыусы вахта самолетына ашыға.  Эш биреүсе уларҙан ҡәтғи тәртип һәм баш баҫып эшләгән һөҙөмтәле хеҙмәт етештереүсәнлеге талап итә.  Шуға ла бөтә вахтовиктар ҙа эске ҡағиҙәләрҙе үтәргә ынтыла, буйһонмаһың икән, эшһеҙ ҡалаһың һәм ваҡытынан алда өйөңә ҡайтып китәһең.  
Башҡортостандың төрлө райондарынан Себергә вахтаға юлланыусыларҙың күбеһе сараһыҙҙан айҙар буйы ғаиләһенән ситтә эшләргә мәжбүр. Башҡортостандан төньяҡ тарафтарға вахта ысыулы менән эшләүселәр һаны ике йөҙ меңдән ашыу. Йәштәргә һәм буйҙаҡ ир-аттарға ғаиләле кешеләргә ҡарағанда, еңелерәк.  Улар ауыр шарттарға тиҙерәк  яраҡлаша. Ғаиләһен туйҙырыу, аҡсалы итеү маҡсаты менән ай буйына тундрала ауыр шарттарҙа эшләргә һәм йәшәргә мәжбүр булыусы ғаилә башлыҡтарына ауырға тура килә.
Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр институты кеше потенциалын өйрәнеү үҙәге әйҙәүсе белгесе Гөлдәр Хилажева фекеренсә, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һигеҙ меңгә яҡыны Ханты-Манси автономиялы округына эш эҙләп киткән. Улар араһында 32 йәшкә тиклемге махсус профессиональ урта белемле  йәштәр 40 процентты тәшкил итә. Нисек кенә булмаһын, 21-се быуат вахтовигының социаль йөҙөн иң беренсе ауыл һәм ҡасабаларҙа йәшәүселәр билдәләй. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең хеҙмәт баҙарында эштәрҙе яҡын сит илдәр килгән мигранттар башҡара.
Тап шул түбән эш хаҡына риза булмаусылар ситкә китә лә инде. Ә эш биреүсе ун мең һумға бил бөгөргә риза булыусы мигранттарҙы эшкә ала. Уңайлы бит. Социаль пакет түләргә кәрәкмәй, һалымдан да ҡасаһың. Шағир Хисмәтулла Юлдашев та журналистиканы ташлап Себергә эшкә юлланған. Физик һәм рухи көс талап иткән төбәккә ул өс  улын аяҡҡа баҫтырыу маҡстында киткән. Ун ете йыл эшләү дәүерендә вахта менән эшләү ысулында ыңғай күренештәрҙән тыш, кире яҡҡа ҡырҡа үҙгәрештәр ҙә барлыҡҡа килгән. «Себер еле иҫә генә , бәғеремде киҫә генә тигән юлдар ҙа»  шағирҙың күңел дәфтәренән юҡҡа ғына киң йәмәғәтселеккә сығарылмаған. Ә бит сит тарафтарҙа ла ҡолас йәйеп көтөп тормайҙар. Алтын бар тип саҡырып алалар ҙ , барһаң баҡыры ла юҡ,  сәләмәтлек һалҡын себерҙә ныҡ ҡына ҡаҡшай, ти ватандаштарыбыҙ.
«Демократия яулап алыу менән халыҡҡа эш һайлау һәм теләгән ерҙә эшләү мөмкинлеге лә асылды», ти билдәле социолог Рауил Нәсибуллин. Эшсе ҡулдар бөгөн Рәсәйҙең теләгән мөйөшөнә, барып эшкә урынлаша. Әммә эш биреү бер, хеҙмәт көсө араһында конкуренция тигән дошман да барлыҡҡа килде.
Ғалим Себерҙә эшләүсе вахтовиктар араһында социаль тикшеренеүҙәр үткәрә. Тыуған йортонан меңәр саҡрымдарға  йөрөп эшләүселәр анкета һорауҙарына яуап биргәндә улар Башҡортостанда , үҙ ерлегебеҙҙе эшләргә теләк белдерә. Тик  ғаиләңде, балаларыңды туйҙырырҙай лайыҡлы хеҙмәт хаҡы  ғына түләнһен. Ир -егеттәребеҙ үҙ еребеҙҙә эшле иткәндә ике йөҙҙән ашыу ғаиләнең дә көнкүреше, матди хәле һәм йәшәйеше яҡшырасаҡ бит.
Башҡортостанда тотош ике ҡала Нефтекама һәм Ишембайҙа йәшәүселәр һаны күләмендә ике йөҙ мең кеше Себергә йөрөп эшләй. Вахта менән эшләүҙең кире яҡтары ла етәрлек. Йылдар дауамында дауам иткән вахтовиктар проблемалары ил һәм дәүләт кимәлендә лә хәл ителергә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика