Башҡортостанда йылдың тәүге яртыһында бөтә кимәлдәге бюджеттарға 156 миллиард һумдан ашыу һалым йәлеп ителгән

Башҡортостанда йылдың тәүге яртыһында бөтә кимәлдәге бюджеттарға 156  миллиард һумдан ашыу һалым йәлеп ителгән 14.09.2017

Төбәктең тупланма ҡаҙнаһы 62 миллиард һумға тулыланған.

Әлеге күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 8,3 процентҡа күберәк. Был турала бөгөн Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ведомство етәксеһе Марат Вахитов белдерҙе. Уның әйтеүенсә, һалым  органдары хеҙмәткәрҙәре бюджеттың тотороҡло үҫешен тәьмин итеүҙә тос өлөш индерә. Улар тарафынан тәүге ярты йылда 12 миллиард һумдан ашыу бурыс көйләнгән, шуның 8 миллиард самаһы мәжбүри саралар ҡулланыу ярҙамында өлгәшелгән. Контроль-касса техникаһы файҙаланыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаған. Бөгөн төбәктә 20 меңгә яҡын ошондай аппарат теркәлгән. Ул һалым хеҙмәтенә һатыуҙар хаҡындағы мәғлүмәтте онлайн тапшырыу мөмкинлеген бирә.  
Марат Вахитов, Федераль һалым хеҙмәтенең башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе: «Быйыл йәй ҡулаҡса менән эш итеүсе бөтә ойошмалар ҙа яңы онлайн касса аппараттарына күсергә тейеш ине. Әммә республикала был ҡануниәткә бер аҙ үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, аппаратты ҡулланмаҫҡа рөхсәт иткән документтар ҡабул ителде. Бындай мөмкинлеккә үҙәктән йыраҡ урынлашҡан йәки коммуникция технологиялары барып етмәгән райондар эйә булды».    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку