Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтың байтағы һалым белдереүҙәрен алмаған

Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтың байтағы һалым белдереүҙәрен алмаған 30.10.2017

Ләкин был хәл милеккә йыйымдарҙан  азат итмәй. Халыҡ үҙе һалым күләме хаҡында белешеп, аңлы рәүештә түләргә тейеш. Түләүҙәр билдәләнгән ваҡытҡа башҡарылмаған осраҡта, көн дә пеня өҫтәлеп торасаҡ.

Почта хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һалым белдереүҙәре милеге булған һәр кемгә,теркәлгән адресы буйынса, үҙ ваҡытында ебәрелгән. Бындай хаттарҙы  алмаусыларға ла  борсолорға урын юҡ. Улар шәхесен билдәләүсе документ менән почта бүлексәһенә килеп түләй ала. Ҡайһы бер граждандарға белдереүҙәрҙең барып етмәүе почта йәшниктәренең, йәки кешеләрҙең теркәлгән урында йәшәмәүҙәре менән аңлатыла.
Борис Слуцкий, «Рәсәй почтаһы» дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе: «Әгәр хужалар өйҙә булмаһа, почтальондар һалым белдереүҙәрен йәшниктәргә һалып китә. Уны оҙаҡ ҡарамай торһалар, ҡағыҙҙарҙың юғалыуы ла ихтимал, ә кемдәрҙеңдер бөтөнләй почта йәшниге юҡ. Икенселәре теркәлгән урынында йәшәмәй. Беҙҙең яҡтан бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡтар юҡ. Әгәр белдереү булмаһа почта бүлексәһенә килеп тә түләй алалар».
Белдереү алмау һалымдан азат итмәй, ти инспекторҙар. Был йыйымдар дәүләт бюджетының төп өлөшө һәм халыҡ уны аңлы рәүештә түләргә тейеш. Әле республикала милек һалымдары буйынса бурыс 2 миллиард 200  миллион һумға еткән. Шул иҫәптән 73 проценты транспорт һалымы. Халыҡҡа был түләүҙәрҙе башҡарыу өсөн төрлө ысулдар тәҡдим ителә.
Оксана Хәйруллина, федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: «Һалымдарҙы  беренсе декабргә тиклем түләнергә тейеш. Халыҡ уны интернет аша һалым хеҙмәте сайтында,  шәхси кабинетта,  почта, банк бүлексәләрендә йәки дәүләт хеҙмәте порталы аша түләй ала».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку