Башҡортостанда торлаҡ-комунналь хужалыҡты камиллаштырыу өсөн 2 миллиард һум самаһы шәхси инвестициялар талап ителә

Башҡортостанда торлаҡ-комунналь хужалыҡты камиллаштырыу өсөн 2 миллиард һум самаһы шәхси инвестициялар талап ителә 14.09.2016

Был турала бөгөн Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Премьер-министр урынбаҫары Владимир Нагорный белдерҙе.

Быйыл Башҡортостанда йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын яңыртыуға ғына 600 миллион һум аҡса тотонолған. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был ике тапҡырға күберәк. Тотош торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлеген камиллаштырыуға  2 миллиард һум самаһы аҡса кәрәк. Уларҙы шәхси инвестициялар иҫәбенә тулыландырыу мөһим тигән фекерҙә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары. Башҡортостанда әле был йүнәлештә йылдам эшмәкәрлек алып барыла. Торлаҡ-коммуналь хужалығын  инвестициялау буйынса махсус дәүләт программаһы әҙерләнәгән.
Владимир Нагорный, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары:
«Тарамаҡҡа инвестициялар йәлеп итеү  торлаҡ коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләлеген теүәл баһаларға форсат бирә. Башҡортостан дәүләт шәхси партнерлыҡ предприятиелары уңышлы эшләп килә. Рәсәй федерацияһы тарафынан билдәләнгән инвестициялау нормалары ла теүәл үтәлә».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика