Башҡортостанда «Рәсәй экспорт үҙәге»нең вәкиллеген асыу мәсьәләһе Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының төбәк сессияһында ла ҡаралды

Башҡортостанда «Рәсәй экспорт үҙәге»нең вәкиллеген асыу мәсьәләһе Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының төбәк сессияһында ла ҡаралды 11.05.2017

Рәсәй экспорт үҙәге менән Башҡортостан вәкиллеген асыу хаҡындағы килешеүгә  июнь башында  Санкт-Петербургтағы иҡтисади форумда ҡул ҡуйыу ҡарала. 1997 йылдан үткәрелгән  был сараны донъяның иҡтисад һәм бизнес даирәһендә  уникаль  ваҡиға тип әйтергә мөмкин.  Йыл һайын форумға донъяның төрлө ҡитғаларынан  12 мең тирәһе кеше килә, улар араһында дәүләт башлыҡтары, билдәле сәйсәмәндәр, эшҡыуарҙар күп.

Петербург форумы Рәсәй төбәктәре өсөн дә мөһим әһәмиәткә эйә. Шуға күрә абруйлы сара алдынан  белгестәрҙең Башҡортостанға килеп сессия ойоштороуы, тәжрибә уртаҡлашыуы бик мөһим. Инвестиция сәйәсәтенә арналған сараны «Россконгресс» фонды Стратегик инициативалар агентлығы һәм Рәсәй экспорт үҙәге менән  берлектә ойошторған. Һөйләшеүҙең төп темаһы булып төбәктең үҫеш нөктәләре тора. Форумда билдәләнеүенсә, Республика  Петербургтағы форумда  инвестиция проекттары менән сығыш яһарға,  хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйырға ниәтләй.
Башҡортостан былтыр 360 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп иткән. Быйыл был һанды  400 миллиард һумға еткереү бурысы тора. Был рейтингта республика илдең иң алдынғы 20 төбәге исемлегенә инә. Эшмәкәрлекте киңәйтеү маҡсатында барлыҡ алымдар ҙа ҡулланыла, ҡануниәт камиллаштырыла, бизнес менән хеҙмәттәшлек нығытыла, тәбиғи байлыҡтар ҙа ҡулланыла.   Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, ил кимәлендә билдәле белгестәрҙең төбәктәргә сығып  күсмә сессиялар ойоштороуы бик мөһим, берҙән улар урындағы проблемалар менән яҡындан таныша, икенсенән, бизнес вәкилдәре үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика