Башҡортостанда нефть фонтаны урғылыуға 85 йыл

Башҡортостанда нефть фонтаны урғылыуға 85 йыл 02.09.2017

Тарихи датаға арналған тантана бөгөн Өфөлә, «Башҡортостан» концерт залында үтте. Сараға тармаҡ ветерандары, хеҙмәт алдынғылары саҡырылды.

Нефтселәрҙе  байрам менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов тәбрикләне.  Ул билдәләүенсә,  нефть сәнәғәте  Республика иҡтисадының нигеҙе булып тора.  Беҙҙең төбәктә ҡара алтындың тарихы 1932 йылдың майында башлана - Ишембай ауылы эргәһендә тәүге нефть фонтаны урғыла. Тап ошо осорҙан Башҡортостанды Икенсе Баҡы тип йөрөтә башлайҙар.  
Бөгөн республика Рәсәйҙең  нефть, химия сәнәғтәе үҙәге.  Төбәктең компания акционеры булараҡ хоҡуғы кире ҡайтарылғандан һуң урындағы ҡаҙнаға  12 миллиард һум тирәһе дивиденд  ингән,  һалым түләүҙәре 52 миллиард һумдан артып киткән. Был аҡсалар  инвестиция-инфраструктура үҫеше,  өҫтөнлөклө социаль -иҡтисади программаларҙы ғәмәлгә ашырыу,  инновация проекттары һәм  тирә-яҡ  мөхитте  һаҡлау өсөн йүнәлтелә. «Башнефть» компанияһын техник яҡтан йыһазландырыу һөҙөмтәһендә тәбиғәтте бысратҡан йыллыҡ ҡалдыҡтар  күләме 300 мең тоннаға кәметелгән.  
Тантаналы йыйылышта Башҡортостан йылылыҡ-энергетика комплексының тарихына байҡау яһауҙан тыш, бөгөнгө  ҡаҙаныштар, киләсәккә бурыстар хаҡында ла һүҙ барҙы. Алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары, бүләктәр тапшырылды. 41 йылдан ашыу нефтсе булып эшләгән Рәсүл Ғүмәров әйтеүенсә, был һөнәр юғары оҫталыҡ, яуаплылыҡ талап итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нефть  дошман илбаҫарҙарын еңергә ярҙам итһә, Ишембай яғы халҡын һыуыҡтан, аслыҡтан ҡотҡара. Кешеләр  нефть эшкәртеү ҡалдыҡтарын ҡайнатып тоҙ алалар һәм аҙыҡ-түлеккә алмаштыралар,  өй йылытыу өсөн дә ҡулланалар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку