Башҡортостанда мутлашыу юлына баҫҡан төҙөүсе эш итә

Башҡортостанда мутлашыу юлына баҫҡан төҙөүсе эш итә 14.01.2017

Беҙ үткән йылдың 15 ноябрҙәге  сығарылышында үҙ һүҙендә тормаусы төҙөүсе тоҙағына эләгеүселәр тарихын күрһәткәйнек. Был хаҡта сюжет эфирға сыҡҡандан һуң зыян күреүселәрҙең тағы ла күберәк булыуы асыҡланды. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан өс бала әсәһенә лә ул йыл ярым элек яҡшы нигеҙле ағас йорт һалып бирергә вәғәҙә иткән.

Өс йоҡо, иркен ҡунаҡ бүлмәһе, кухня һәм ванна. Проект ысынлап та, һәр кешенең хыялы. Әммә Рита Муллағолова өсөн ул тормошҡа ашмаҫ хыял ғына булып ҡалған. Өс бала әсәһе нигеҙ һәм кирбес өйөмө менән генә тороп ҡалыу өсөн һигеҙ йөҙ мең һум тирәһе аҡса сарыф иткән.
Өйлө булырға теләүсе ҡатын төҙөүсе менән махсус программа аша бүленгән субсидия ярҙамында иҫәпләшкән. Был сумманы ҡағиҙә буйынса ул подрядсы ойошманы үҙаллы табып  ҡуллана алған. Төҙөлөш фирмаһы директоры Айрат Ғибәҙәтовты ул таныштары ярҙамында тапҡан.
Рита Муллағолова: «Мин был төҙөүсене ышаныслы икән тип уйланым. Улар шул тиклем ваҡыт арауығында ниндәй ҙә булһа эш башҡарырға тейеш ине бит. Өҫтәүенә, һаҡлыҡ банкының  хәүефһеҙлек хеҙмәте уны ныҡлы тикшерергә тейеш ине. Һөҙөмтәлә аҡса бүленде.  Баҡһаң, ул  марттан алып минең кеүек кешеләргә 8 миллион һум бурыслы булған».
Муравей ауылы тау урамының 60 а йортонда 2015 йылдың авгусында торлаҡ төҙөлөп бөтөргә тейеш була. Әммә төҙөүсе биргән вәғәҙәһендә тормай. Әлеге көнгә тиклем бында бер-ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмай. Өс бала әсәһе алдаҡсы төҙөүсе тоҙағына эләгеп, сертификатһыҙ ҙа, торлаҡһыҙ ҙа тороп ҡала.
Рита Муллағолова хәлендә ҡалыусылар һаны күптән инде тиҫтәнән ашҡан. Алданыусылар менән Айрат Ғибәҙәтов аралашырға тырышмай, һирәк -һаяҡ һөйләшеүҙәр барышында төҙөлөштө башҡарып сығырға вәғәҙәләй.
Айрат Ғибәҙәтов: «Бер аҙнан йортто күтәрәсәкмен. Был бит Рәсәй.Минең эш  техника һәм , хеҙмәткәрҙәр менән дә бәйле бит».
Уның мутлығынан зыян күреүселәр интернетта ҡуйылған иғландарға әлегә тиклем юлығыуҙарын һыҙыҡ өҫтәнә ала.
Рита Муллағолова: «Ул бик тиҙ һәм еңел юл менән  аҡса эшләргә өйрәнгән.Иғландарын  алырға ашыҡмай. 2016 йылда ла унан зыян күреүселәр етәрлек. Икенсе юридик шәхескә яңы фирма асҡан. Ҡайҙа теләйһегеҙ, шунда ялыу яҙығыҙ. Миңә бер нәмә лә булмаясаҡ тип һөйләшә. Уға ҡарата  һаман да енәйәт эше ҡуҙғатылмаған. Мин 2015 йылдың октябрендә ғариза яҙҙым, енәйәт эшен 2016 йылдың майында ғына астылар. Ул үҙен яуапһыҙ һәм бик иркен тота».
Мут төҙөүсе тарафынан төп башына ултырған унлап кеше ғаризаһынан һуң енәйәт эше ҡуҙғатылған. Беҙ тейешле органдарға тикшереү эше барышы хаҡында һорау ебәрҙек. Бер-нисә көн эсендә яуап алынасаҡ. Ваҡиға үҫешен  күҙәтеп барасаҡбыҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку