Башҡортостанда ипотеканы өҫтәмә субсидияларға мөмкин

Башҡортостанда ипотеканы өҫтәмә субсидияларға мөмкин 23.09.2016

Был проект халыҡта төҙөлөүсе торлаҡҡа һорауҙы арттырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, федераль программа сиктәрендә ипотека буйынса кредит ставкаларын 10 процентҡа тиклем кәметергә була.

Субсидиялауҙа 1 июндән  «Рәсәй ғаиләһенә торлаҡ» программаһында ҡатнашыусылар дәғүә итә. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар, йәш ғаиләләр, ике һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүселәр өсөн был ҙур ярҙам булыр тип көтөлә. Финанслау Башҡортостан бюджетынан киләсәк. Быйылға 27 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә.
Хәлит Мәхмүтов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Ипотеканы өҫтәмә субсидиялау  граждандарға торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыу, фатирлы булыу мөмкинлеген аса. Рәсәй Хөкүмәте тарафынан процент ставкаһы 12 процентҡа тиклем кәметелгәйне, Башҡортостанда был планка тағы ла төштө. Программа буйынса барлығы ике меңгә яҡын кредитты субсидиялау күҙаллана».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку