Башҡортостанда икенсел торлаҡҡа хаҡ төшөүен дауам итә

Башҡортостанда икенсел торлаҡҡа хаҡ төшөүен дауам итә 07.04.2017

Аналитиктар фекеренсә, бындай күренеш републиканың барлыҡ төбәктәрендә былтыр  йыл дауамында күҙәтелгән. Әлегә беренсе квартал һөҙөмтәләре барланмаған. Әммә белгестәр икенсел торлаҡтың арзанайыуын күҙаллай.

Бер үк ваҡытта 2016 йылда яңы фатирҙарға хаҡ кәмендә 5 процентҡа артҡан. Бындай динамика иҫке фатирын һатып яңыһын алырға теләүселәр өсөн кире йоғонто яһауы ихтимал. Шуға ла күсемһеҙ милек баҙары эксперттары яңы төҙөлөштән фатир һатып алырға теләүселәргә ашығырға кәңәш итә.  
Камилә Фазлыева, ипотека бюроһы етәксеһе: «Әҙер торлаҡ баҙарында хаҡтарҙың түбәнәйеүе дауам итә. Йыл башынан бер ниндәй ҙә үҙгәреш күҙәтелмәне. Әгәр ҙә һеҙ фатирығыҙҙы икенсел торлаҡ баҙарында һатырға теләһәгеҙ, хаҡын төшөрөргә тура киләсәк. Яңы йорттарға килгәндә, төҙөүселәр киреһенсә, хаҡты күтәрә. Шуға ҡарамаҫтан фатирҙарҙың күбеһе акция менән һатыла».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку