Башҡортостанда газ менән заправкалау станциялары өсөн ҡоролмалар етешетереләсәк

Башҡортостанда газ менән заправкалау станциялары өсөн ҡоролмалар етешетереләсәк 15.08.2017

Өфө компрессор заводында бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов булып предприятие эшмәкәрлеге менән танышты.  Завод баш ҡалала  2011 йылдан бирле углеводород ҡатанашмалары, азот, атмосфера һауаһы  өсөн компрессор ҡоролмалары етештерә, уларҙы  хеҙмәтләндерә һәм ремонтлай.   Предприятие конструкторҙары  заправкалар өсөн газ компрессорлау ҡоролмалары уйлап тапҡан.

Компрессорҙар сит ил аналогтарына нигеҙләнеп ҡоролған.   Быға тиклем төбәктәге газ заправкаларында  сит илдән килтерелгән,йә Совет заманынан ҡалған иҫке ҡоролмалар урынлаштырылһа, бынан ары станциялар Өфө компрессор заводы продукцияһы менән йыһазландырыласаҡ.  Был  экологик һәм   иҡтисади яҡтан отошло һаналған яғыулыҡты  ҡулланыуҙа киң мөмкинлектәр тыуҙыра. Импортты алмаштырыуҙа  ла ниндәйҙер кимәлдә ҡаҙаныш, шулай ҙа төп маҡсат -  төбәк өсөн сифатлы сәнәғәт продукцияһы етештереү.
Ойошма «Өфө Газпром трансгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте МЕНӘН тығыҙ бәйләнештә эш алып бара. Тәжрибә өсөн тәүге газ компрессорлау ҡоролмалары Ҡырмыҫҡалы районында урынлаштырыласаҡ. Завод етештергән ҡоролма модулдәрен метан һәм  күп яғыулыҡлы станцияларҙа бөтә ил буйынса ҡулланыу күҙ уңында тотола.
Павел Пеев, «Өфө компрессор заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  баш конструкторы: «Беҙең ҡоролмаларҙан үткән   газ күрһәткестәре  ГОСТ талаптарына яуап бирә.  Махсус системала яғыулыҡ киптерелә, төрлө ҡатнашмаларҙан таҙартыла һәм автомобиль багына ҡойола».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку