Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙы ғына хеҙмәтләндерәсәк күп функциялы үҙәктәр ойошторола

Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙы ғына хеҙмәтләндерәсәк күп функциялы үҙәктәр ойошторола 18.03.2016

Республика  Рәсәй иҡтисад үҫеш министрлығы тәҡдим иткән пилот проектҡа ҡушылды. Уның нескәлектәре Өфөлә үткән бөтә Рәсәй семинар-конференцияһында тикшерелде.

Бизнес өсөн уңайлы эш шарттары булдырыу бөгөн көн талабы. Эшҡыуарҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап эҙләүгә, ҡағыҙ тултырыуға ваҡыт сарыф  итеүе  дөрөҫ түгел тип билдәләнде конференцияла. Өҫтәүенә, йүнселдәргә кәрәкле хеҙмәттәрҙе бер урында туплау коррупция күренештәрен дә кәметергә булышлыҡ итер тип көтөлә. Башҡортостанда эшҡыуарҙар  өсөн  уңайлы  шарттар булдырыу мөмкинлеге бар. Республикала 73 күп функциялы үҙәк эшләп килә, был  күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә 4-се урында.
Максим Паршин, Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығының кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү департаменты етәксеһе: «Кесе һәм урта эшҡыуарлы вәкилдәре бындай уңайлыҡҡа ысынлап та мохтаж. Был үҙәктәрҙә тик дәүләт ярҙамын алыу мөмкинлеге генә булырға тейеш түгел, унда шулай уҡ банк продукттарына мөрәжәғәт итеү кеүек хеҙмәттәр ҡаралыуы мотлаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку