Башҡортостанда декларация кампанияһы башланды

Башҡортостанда декларация кампанияһы башланды 13.01.2015

Уға ярашлы, республика граждандары 30 апрелгә тиклем һалым  органдарына 2014 йылдағы килеме тураһында 3-НДФЛ формаһы буйынса декларация тултырып тапшырырға тейеш. Был турала ведомствоның сайтында хәбәр ителә.

Һалым декларацияларын шәхси эшҡыуарҙар, шәхси практика менән шөғөлләнеүсе нотариустар, адвокат бүлмәләре асҡан адвокаттар һәм 2014 йылда килем алыусы физик шәхестәр тултырырға бурыслы.  Финанс отчетын хатаһыҙ тултырыуҙа «Декларация- 2014» программаһы ярҙам итә ала. Уның өлгөһөн Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында табырға мөмкин. Граждандар шулай уҡ һалымдарының бер өлөшөн  ҡайтарыу хоҡуғына ла эйә. Бының өсөн шулай уҡ тейешле документтар әҙерләп һалым органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һалым ҡайтарыуҙарына  түләүле нигеҙҙә уҡыусы студенттар, ипотека кредиты алыусылар һәм башҡа сығымдары булған кешеләр дәғүә итә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку