Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы күтәрелә 21.05.2017

Рөстәм Хәмитов Республика Хөкүмәтенә мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, фән, социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендә эшләүсе 142 мең хеҙмәткәрҙең эш хаҡын тәьмин итеүгә республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә 3 миллиард 900 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты. Сығымдарҙың күп өлөшө муниципаль район һәм ҡалалар иҫәбенә күсерелә. Был саралар 2017 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүҙе тейешле кимәлдә тәьмин итеү мөмкинлеге бирәсәк. Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу Рәсәй Президентының май указдарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә башҡарыла.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика