Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы күтәрелә

Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы күтәрелә 18.05.2017

Башҡортостан башлығы  Республика Хөкүмәтенә мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, фән, социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендә эшләүсе 142 мең хеҙмәткәрҙең эш хаҡын тәьмин итеүгә республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә 3 миллиард 900 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты.

Сығымдарҙың күп өлөшө муниципаль район һәм ҡалалар иҫәбенә күсерелә. Был саралар 2017 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүҙе тейешле кимәлдә тәьмин итеү мөмкинлеге бирәсәк. Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу Рәсәй Президентының май указдарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә башҡарыла.

БЮДЖЕТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕНЕҢ ЭШ ХАҠЫ АРТА
Мәктәп уҡытыусыларына 100 % тиклем
балалар баҡсалары педагогтарына  100 % тиклем
өҫтәлмә белем биреү педагогтарына  95 % тиклем
һөнәри белем биреү уҡыу йорттары мастерҙарына  95 % тиклем
мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә  90 % тиклем
ғилми хеҙмәткәрҙәргә 180 % тиклем
табиптарға 180 % тиклем
урта медицина персоналына 80 % тиклем
кесе медицина персоналы өсөн 80  % тиклем
социаль хеҙмәткәрҙәргә 80 % тиклем
етем балаларға социаль хеҙмәт күрһәтеүсе педагогтарға 100 %
Башҡортостан Башлығының бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға өҫтәлмә бюджет аҡсаларын бүлеү тураһындағы ҡарары киң йәмәғәтселек араһында ла ҙур хуплау тапты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку