Башҡортостанда берҙәм агент аша автомобиль страховкалау эшмәкәрлеге перспективаһы хаҡында Республика хөкүмәтендә кәңәшмә уҙҙы

Башҡортостанда берҙәм агент  аша автомобиль страховкалау эшмәкәрлеге перспективаһы хаҡында  Республика хөкүмәтендә  кәңәшмә уҙҙы 02.09.2016

Һуңғы йылдарҙа  республикала ОСАГО полистарын һатыу ҙур проблемаға әйләнде. Бигерәк тә һуңғы айҙарҙа хәл Күмертау ҡалаһында киҫкен торҙо. Республика Хөкүмәте Үҙәк банкка автогражданлыҡ яуаплылығын теркәүҙә тәртип урынлаштырыу ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, берҙәм агент аша полис һатыу  әлегә әкрен  бара. Ошо көндәрҙә  яңы система Күмертау, Белорет ҡалаларындағы һәм  Өфөләге дүрт страховка ойошмаһында  эшләй башланы. Экспериментҡа тағы ла  алты  компания ҡушыласаҡ.

Рөстәм Мәрҙәнов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры: «Автомобиль страховкалаусылар союзы төбәктәрҙә филиалдары булған  страховка компанияларына үҙ исемлегендә булған ойошмаларҙың ОСАГО полистарын  агент булараҡ һатыу мөмкинлеге биргән килешеү төҙөнө. Башҡортостанда ул 29 августан ғәмәлдә. 30-31 августан  полистар һатыла башланы, шулай ҙа был әле эштең башы ғына».
Берҙәм агент  Рәсәй автомобиль страховкалаусылар берлеге тәҡдим иткән сара. Яңы система буйынса төбәктәге страховка компаниялары үҙ полистарынан тыш, союзда торған 69 компания полистарын  һатыу хоҡуғына эйә. Программа Краснодар крайында, Ростов, Волгоград, Силәбе , Мурманск һәм Иванов өлкәләрендә эшләй, исемлеккә Башҡортостан менән Татарстан, Архангель өлкәһе лә өҫтәлде.Яңылыҡ  альтернатива булараҡ тәҡдим ителә.   Маҡсаты - ОСАГО  полистарын алыуға сиратты кәметеү, автоһәүәҫкәрҙәрҙе өҫтәмә хеҙмәттәр тәҡдим итеүҙән аралау һәм күрелгән зыянды ҡаплауҙы тигеҙ бүлеү.  
Радмир Ғәниев, Башҡортостан милли банкы идарасыһы урынбаҫары: «Страховка компанияларында киләһе аҙнанан был эш күләмле төҫ алыр тип ышанғы килә.  Ойошмалар технологияны  үҙләштереп белгестәрҙе уҡытты, программалар ҡуйылды. Сентябрь урталарынан яңы система  һиҙелерлек яйға һалыныр тип уйлайбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика