Башҡортостанда бәләкәй финанс ойошмалар һанының кәмеүе күҙәтелә

Башҡортостанда бәләкәй финанс ойошмалар һанының кәмеүе күҙәтелә 01.11.2017

Йыл башынан төбәктә юғары процент менән кредит биреүсе 22 компания эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Шул уҡ ваҡытта бурысҡа батҡан кешеләр артҡандан-арта бара. Быйыл ғына республикала йәшәүселәр 8 миллиард һумға яҡын микрозайм алған. Әммә аҡсаларын ваҡытында ҡайтара алмаусы ҡайһы берәүҙәр сараһыҙлыҡтан финанс һауыҡтырыусы ойошмаларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Бындай компания хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттә кешеләрҙе коллекторҙар менән осрашыуҙарҙан азат итеү генә түгел, бурыстың бер өлөшөн кәметергә лә вәғәҙә бирә.

Өфөлә йәшәүсе был ҡыҙҙың ни өсөн йөҙөн күрһәтергә теләмәүен аңлауы ҡыйын түгел. Кредит һаҙлығына батҡан Каринаны коллекторҙар төрлө янауҙар, күп ҡат шылтыратыуҙар менән ҡурҡытып бөткән. Шуға ла ул бурыстарҙан азат итеүсе компанияларҙың береһенә мөрәжәғәт итергә була. Был ойошма хеҙмәткәрҙәре 60 мең һумға биш тапҡырға күберәк суммалы кредиттан ҡотолорға вәғәҙә биргән.
Ысынлап та, бурыстан ҡотолдороусы бындай ойошмаларҙы Өфө урамдарында табыуы ҡыйын түгел. Улар айырыуса былтырҙан алып коллекторҙар эшмәкәрлеге контролгә алынғандан һуң бермә-бер артҡан.
Әммә белгестәр әйтеүенсә, атиколлекторҙар биргән вәғәҙәләр дөрөҫлөккә тап килмәй. Сөнки улар түләүҙәр тотҡарланған осраҡта  бер нисек тә кредит тарихын таҙарта һәм проценттарҙы кәметә алмай. Күпселек осраҡта бындай ойошма вәкилдәре юридик хеҙмәт кенә күрһәтергә күнеккән, шуға ла ошо юлды һайлаған бурыслылар төптән яңылыша, ти суд приставтары хеҙмәткәрҙәре.
Бурысҡа батҡан граждандар өсөн бөгөн суд приставтары идаралығында бушлай юридик ярҙам күрһәтелә. Хеҙмәткәрҙәр бәйләнсек коллекторҙарҙан ҡотолоуҙан алып күрһәтмәләргә ялыу биреү ҡағиҙәләренә тиклем аңлата. Бурыслылар өсөн  273-71-49 телефоны буйынса ҡыҙыу линия ла эшләй. Ведомствоның интернеттағы  рәсми сайтында ла тейешле мәғлүмәт табырға мөмкин.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку