Башҡортостанда һалым буйынса бурыс 200 миллион һумдан артҡан

Башҡортостанда һалым буйынса бурыс 200 миллион һумдан артҡан 10.12.2014

Республикала һалым инспекцияһы менән суд приставтары түләмәүселәргә ай һайын рейдҡа сыға. Бөгөн ведомство вәкилдәре Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе бурыслыларҙың ишеген шаҡыны.

Венера Кәримованың милек өсөн һалым күләме 10 меңдән артҡан. Ләкин ҡатын бурысын түләргә ашыҡмай. Һалым йыйылған йортта йәшәмәйбеҙ, уны атай-әсәйем төҙөгән, тип аҡлана ул.
Ләкин приставтар суд ҡарарын күрһәткәс, аҡса шундуҡ табыла.
Ғүмәр Халиҡов, суд приставтары хеҙмәтенең Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлеге етәксеһе: «Рейд барышында һалым буйынса бурыстары булыусыларға рейдҡа сығабыҙ. Әгәр физик шәхес  өйҙә булһа, урында уҡ түләүен талап итәбеҙ. Уларҙың күбеһе бурысын шунда уҡ ҡаплай».
Ҡыҙғанысҡа, рейд барышында һалым түләүселәрҙең күбеһе өйҙә булмай сыға. Мәҫәлән, пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнеүсе шәхси эшҡыуарҙың 100 меңгә яҡын бурысы бар. Ләкин ул өйҙә юҡ.
Ҡиммәтле машина һатып алып, уның өсөн һалым түләргә теләмәүселәр ҙә байтаҡ. Был йортта теркәлгән ир ҙә Өфөгә киткән булып сыҡты. Суд приставтарына телефон аша бурысын бөгөн үк түләргә вәғәҙә бирҙе. Һүҙен үтәү-үтәмәүе уның намыҫында ҡала, әлбиттә.
Рейд барышында суд приставтары яҡынса 20 һалым түләүсегә инә. Ҡайһы берҙә закон һағында тороусылар хужаларҙың милкен тартып алырға ла мәжбүр була.
Һалым өсөн бурыс пеня-штрафтар менән көндән-көн арта. Бурысты дәүләткә ҡайтарыу өсөн ошондай рейдтар уҙғарыла ла инде. Шулай ҙа һуҙмай ғына, һалымды ваҡытында түләргә кәңәш ителә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку