Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшөн сафҡа индереү һәм файҙаланыуға тапшырыу күләме буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй

Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшөн сафҡа индереү һәм файҙаланыуға тапшырыу күләме буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй 20.03.2017

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан алып   284 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 8 проценҡа кәмерәк.  Өс ай дауамында Башҡортостан төҙөүселәре 3360 торлаҡ төҙөп файҙаланыуға тапшырған. Төҙөлөш менән былтырғы кеүек үк, башлыса шәхси төҙөүселәр шөғөлләнә.  

Илдар Мөхәмәтшин, «Госстрой» компаниялар төркөмөнөң  проекттарға идара итеү департаменты етәксеһе: «Әлеге ваҡытта «Госстрой» компаниялар төркөмө Мәскәү кварталында икенсе литера объектын файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. Документтар тейешле инспекция органдарына ебәрелгән, объект тәүге ҡабул итеүҙе үтеп, ҡайһы бер иҫкәрмәләр алынған. Билдәләнгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү һәм объектты файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт документына эйә булыу өсөн тейешле эш алып барыла».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку