Башҡортостан шихандары тирәһендәге низағ киҫкенләшә

Башҡортостан шихандары тирәһендәге низағ киҫкенләшә 11.11.2015

Ул «Башҡорт сода»  компанияһының сеймал  базаһы  дүрт  йыллыҡ ҡына ҡалыуы менән бәйле.

Предприятие вәкилдәре  сеймал базаһы итеп тик Торатауҙы күрә. Әммә  Башҡортостан халҡы тәбиғәт ҡомартҡыһы булған изге тауҙы  тәләфләүгә ҡаршы. 2013 йылдың апрелендә  Рөстәм Хәмитов та  Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында Торатау буйынса үҙ ҡарашын белдергәйне. Мин  республиканы етәкәләгән ваҡытта Торатауҙы бер кем дә эшкәртмәйәсәк, тине ул. Ҡаҙылма байлыҡтарҙы өйрәнеүсе белгестәр ҙә предприятие өсөн  сеймалды башҡа ятҡылыҡтарҙан алып була тип иҫәпләй, улар үҙ фекерен  төрлө геологик тикшереүҙәр менән иҫбатлай. Тик «Сода» компанияһы ғына дәлилдәр менән килешергә ашыҡмай.   Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология  министрлығы ҡеүәтле предприятие  сеймал өсөн альтернатив варианттарҙы эҙләргә тейеш тигән фекерҙә. Тәбиғәт ҡомартҡыһын  эшкәртеү өсөн ҡануни нигеҙҙәр юҡ.
Стәрлетамаҡ шихандары үҙенсәлекле геологик объект,  уларҙың  йәше  миллиондарса йыл менән иҫәпләнә.  Башҡорт халҡы борондан Торатауҙы изге урын тип иҫәпләгән. Әммә  предприятие  халыҡтың фекерен ишетергә теләмәй, уларҙы табыш ҡына ҡыҙыҡһындыра, ти белгестәр. «Сода» вәкилдәре иһә үҙҙәренең ҡарарын башҡаса иҫбатлай. Улар әйтеүенсә, республикала башҡа  ошондай уҡ составлы  ятҡылыҡтар юҡ. Ә сеймал  етешмәүе   меңдәрсә кешене эш менән тәьмин иткән предприятиеның ябылыуына килтерәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку