Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы 100 яңы инвестиция проекты тормошҡа ашырыласаҡ

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы 100 яңы инвестиция проекты тормошҡа ашырыласаҡ 14.02.2017

Төбәктең сауҙа-сәнәғәт палатаһы юбилей датаһына ҡарата ошо тәҡдим менән сыҡҡайны. Былтыр октябрҙә старт алған эшҡыуарлыҡ акцияһы өс йылға иҫәпләнгән.

Төп маҡсаты - бизнесты үҫтереп, республикалағы  инвестиция климатын яҡшыртыу, граждандарҙың йәшәү сифатын күтәреү. Ведомство эксперттары билдәләүенсә, шәхси инвестицияларҙы йәлеп иткәндә яңы производство, эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Өфө районы Николаевка ауылында урынлашҡан ит етештереү цехы ла тиҙҙән ҡеүәтле заводҡа әйләнеүе ихтимал. Предприятие етәкселеге продукция сифатын тағы ла яҡшыртыу маҡсатында күләмле акцияға ҡушылған.
Өфө районының Николаевка ауылында урынлашҡан ит етештереү цехында эш тәүлек әйләнәһенә тынмай. Ун биш йыл элек кенә предприятиела көнөнә 300 килограмм продукция һатыуға сығарылһа, хәҙер был күләм 15-20 тоннаға күтәрелгән. Ассортимент даими байытыла.  

Заманса ҡорамалдарҙың булыуы, иллегә яҡын кешенең эш урындары менән тәьмин ителеүе үҙе үк уңышлы. Предприятие башлыса ҡош ите продукцияһын етештереү йүнәлешендә эшләй. Хеҙмәт шарттары бында ҡулай, шулай ҙа эшселәр бинаны төҙөкләндереү хаҡында ла хыяллана.

Борсолорға урын юҡ, ти цех етәксеһе Павел Хисамов. Тиҙҙән коллектив өр-яңы бинала эшләйәсәк. Дөйөм майҙаны 6 мең ярым квадрат метр булған комплекс төҙөүгә барлыҡ документация ла әҙерләнгән. Объект файҙаланыуға тапшырылғандан һуң хеҙмәткәрҙәр һаны йөҙгә тиклем артасаҡ.

Предриятиелағы продукция Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә оҙатыла. Билдәле сауҙа нөктәләре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Көнөнә өсәр-дүртәр фура тауар әйләнешен тәьмин итә.

Әлеге мәлдә ит етештереү цехы Николавека ауылы үҙәгендә урынлашҡан. Был урындағы халыҡ өсөн бер ни тиклем уңайһыҙлыҡтар килтерә. Шуға яңы объект төҙөлөшөнә ауылдан ике километр алыҫлыҡта ер бүленгән. Барлыҡ производство ҡеүәте шунда күсереләсәк.

Ҡуртымға алынған яландағы был участка ике гектар майҙанды тәшкил итә. Майҙа башланасаҡ төҙөлөш эштәре йыл аҙағында тамамланыр тип көтөлә. Иң ҡыуаныслыһы - яңы завод Башҡортостан республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы старт алған "100 инвестиция проекты" сиктәрендә күтәртеләсәк. Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, акция сиктәрендә эшҡыуарҙарға документация әҙерләү, кредит буйынса ставкаларҙы кәметеү, инвесторҙар табыу, инженер инфраструктураны тоташтырыу буйынса һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү ҡаралған. Барлыҡ проекттар ҙа 2019 йылғаса тормошҡа ашырылырға тейеш.

Әлегә Эшҡыуарлыҡ акцияһында 33 проект ҡатнаша. Дөйөм инвестиция күләме - яҡынса 22 миллиард һум тәшкил итә. Буласаҡ объекттарҙың яртыһы ауыл хужалығына тура килә, араларында сәнәғәт, төҙөлөш, логистика һәм спортҡа бәйле проект-документациялар ҙа бар. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән берлектә эшләргә теләүселәр башлыса Өфө ҡалаһы һәм районынан, Стәрлетамаҡтар ҙа ҡалышмай. Ведомство вәкилдәре әйтеүенсә, улар барлыҡ ғариза яҙыусыларға ла бизнес эшләүҙә ярҙам итергә әҙер. Иң мөһиме, яңы программа 100 объект менән генә сикләнмәйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку