«Башҡортостан» ҡомға ултырған

«Башҡортостан» ҡомға ултырған 02.11.2017

Республика исемен йөрөткән теплоход экипажына бына хәҙер дүрт ай хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Ә был инде әҙме -күмпе өс миоллион һум. «Башҡортостан» теплоходын ҡырҡтан ашыу кеше хеҙмәтләндерә. Улар араһында ғаиләһен бер үҙе аҫраған тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр ҙә, ипотека алған  йәштәр ҙә бар. Әгәр тейешле хеҙмәт хаҡы түләнмәһә  башҡаса эшкә сыға алмаясаҡбыҙ, ти улар.   Тимәк пассажирҙар ташыуға тәғәйенләнгән  берҙән- бер теплоходтың да рейсҡа сыҡмауы ихтимал. Ғорур «Башҡортостан» исемен йөрөткән теплоходты ҡомға кемдәр терәгән?  

Тантаналы музыка, флаг күтәреү, фейерверктар шартлауы менән яңы навигация асыла. Йылға параходсылығында эшләүселәрҙең барыһы ла яңы эш миҙгеленә  яҡты  өмөттәр бағлай, яңы  үрҙәр, рейестар көтә. «Башҡортостан» теплоходы капитаны Заһит Солтанов та навигацияны ҙур пландар менән аса. Уның теплоходы Рәсәйҙең тиҫтәләгән ҡалаларына рейстар башҡарырға тейеш була.
Ләкин хыялдар тормошҡа ашмай. Навигацияның аҙағы күңелһеҙ тамамланыуын береһе лә күҙ алдына ла килтермәгән. Экипаж үҙ эшен еренә еткереп башҡара. Күҙалланған бар рейстар ҙа теүәл һәм юғары кимәлдә ойошторола. Ләкин «Башҡортостан» теплоходын ҡуртымға алыусылар ғына үҙ бурысын теүәл үтәмәй.
Теплоход Һамарҙың РосТрансТур компанияһына ҡуртымға бирелгән була. Ойошманы йәш егет етәкләй. Уның социаль селтәрҙәге сәхифәһе лә  теплоходтың сәйәхәт итеүен һөрәтләгән видеолар, круиздарға саҡырыуҙар менән тулған. Ләкин уның үҙе менән бәйләнешкә инеп булманы. Судно экипажы әйтеүенсә, рейстар туҡтатылып хеҙмәт хаҡы түләү ваҡыты еткәндән бирле ул һыуға батҡандай ғәйеп булған.
РосТранс Тур компанияһы экипажға эш хаҡынан тыш теплоходты ҡуртымға алыу өсөн дә иҫәпләшмәгән. Хатта круизға юллама һатып алыусылар араһында ла алданыусылар бар.
Әгәр хеҙмәт хаҡы ҡайтарылмаһа киләһе навигацияла эшләү теләге юҡ, ти экипаж ағзалары. Был иһә республикала пассажирҙар йөрөтөүсе берҙән- бер теплоходтың яңы сәфәргә сығыуына шик тыуҙыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку