Башҡортостан менән Ҡырымдың сода компаниялары берлектәге үҫеш юлдарын барланы 30.05.2014

Өфөлә үткән халыҡ-ара форум сиктәрендә ярым утрау заводы вәкилдәре Стәрлетамаҡ ҡалаһында булды.

Өфөлә үткән халыҡ-ара форум сиктәрендә ярым утрау заводы вәкилдәре Стәрлетамаҡ ҡалаһында булды.

Ҡырым республикаһы Рәсәй составына ҡабул ителгәндән һуң илдең химия тармағы предприятиелары тағы ла берәүгә артты. Диңгеҙ буйындағы завод әле йылына 750 мең тонна кальцийлы сода етештереү ҡеүәтенә эйә. Был Башҡортостан компанияһы менән сағыштырғанда ике тапҡырға кәмерәк. Шуға ла коллегаларыбыҙҙың тәжрибәһен өйрәнеү беҙгә яңы офоҡтар аса, ти Ҡырым сода заводы етәкселеге.
Владислав Шмельков, Ҡырым сода заводы идараһы рәйесе: «Бер үк продукция етештергәнгә күрә, беҙҙең һатып алыусылар ҙа шул уҡ. Әммә сит ил компаниялары ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Шуға уларҙы Рәсәйҙән ҡыҫырыҡлап сығарыу өсөн илдең сода компанияларына берҙәм эшмәкәрлек итеү мөһим».
Башҡортостан сода компанияһы вәкилдәре лә бер аҙна элек ярымутрауҙағы завод эшмәкәрлеге менән яҡындан танышҡан. Һуңғы тапҡыр бындай сәфәр Советтар Союзы йылдарында ойошторолған. Юрий Иванов, Башҡортостан сода компанияһының етештереү буйынса етәксеһе: «Рәсәй сода компанияларының төп маҡсаты- конкурентлыҡ шарттарында юғалып ҡалмау. Сөнки сит илдәрҙең Рәсәйгә ҡаршы иҡтисади санкциялар индергән ваҡытында беҙгә берҙәм эшмәкәрлек итеү талап ителә. Был йәһәттән Ҡырым сода заводы менән хеҙмәттәшлекте киңәйтергә ниәтләйбеҙ».


Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика