Башҡортостан халҡы «Мир» милли түләү системаһы менән ҡулланасаҡ

Башҡортостан халҡы «Мир» милли түләү системаһы менән ҡулланасаҡ 27.04.2017

Бөгөн Өфөлә «Мир» системаһы буйынса эшләүсе Социаль картаның исем туйы үтте. Картаны «Уралсиб» банкы сығара. Уның  менән  Рәсәйҙең теләһә ниндәй банкоматында түләүҙәр башҡарырға, һатып алыуҙа, транспортта юл  хаҡы өсөн иҫәпләшергә мөмкин. Яңы система менән эшләүсе социаль карталар Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры  Рөстәм Мәрҙәновҡа һәм «Милли система түләү карталары» идаралығы рәйесе Владимир Комлевҡа тапшырылды.  

Рөстәм Мәрҙәнов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры: «Мир түләү системаһы Башҡортостанда эшләй башланы ла инде. Республикала йәшәүселәр был карталарға эйә булды. Көн һайын  яңы система буйынса меңләгән операция башҡарыла.  Әлбиттә, уның менән файҙаланыу милли түләү системаһы тураһындағы закон ҡабул ителгәс киң ҡулланылышҡа инәсәк. Бюджет ҡарамағындағы граждандар өсөн  эш хаҡы һәм башҡа социаль түләүҙәр  һәм хаҡлы ялдағылар пенсияны  мотлаҡ Мир картаһына аласаҡ. Әле уның менән теләгән һәр кем ҡуллана ала».
Милли система буйынса түләү карталарын булдырыу проекты  Рәсәйҙә 2014 йылдан бирле тормошҡа ашырыла.   Быға тиклем финанс операциялар «Мастер Кард» һәм башҡа  түләү системаһында башҡарыла килде. Сит ил түләү системаһы карталары ла ғәмәлдә ҡала. «Мир» карталары социаль иҫәпләшеүҙәр өсөн мотлаҡ һәм уға  бюджет ҡарамағындағы предприятиелар күсергә тейеш. Республикала ун меңдән ашыу ошондай карталар таратылған да инде, быйыл был һанды йөҙ меңгә еткереү бурысы тора, тине «Уралсиб» банкы идара рәйесе Константин Бобров. Рәсәйҙең үҙ түләү системаһын булдырыу тәү сиратта финанстар өлкәһендәге хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатын бойомға ашыра. Милли түләү системаһын булдырыу  ихтыяжы Көнбайыш санкциялары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.  Ул ил иҡдисады үҫеше билдәһе лә булып тора. Мир карталарын теләһә ниндәй банк бүлексәһендә  йә Күп функциялы үҙәктә  бушлай алырға мөмкин,  уның өсөн паспорт ҡына кәрәк. Карта сит илдә лә эшләй, тик уның өсөн махсус Мир карталары ҡаралған. Яңы системаға республикала  график буйынса бер нисә этапта   2020 йыл урталарына тиклем күсеп бөтөү күҙ уңында тотола.      
Марат Кашапов, Рәсәй үҙәк  банкының Башҡортостан буйынса мили банкы идарасыһы: «Әле сауҙа-сервис предприятиеларындағы терминалдар йөҙ проценты һәм банкоматтарҙың 92 проценты Мир карталарын ҡабул итеүгә көйләнгән. Милли түләү системаһындағы закон үҙ көсөнә ингәс тә, атап әйткәндә, быйыл 1 июлгә тиклем был эш теүәлләнергә тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку