Башҡортостан күгендә өр яңы вертолет

Башҡортостан күгендә өр яңы вертолет 30.03.2017

Күмертау авиация предприятиеһы махсус тәғәйенләнештәге  осоу аппараттарнының дүртәүһенең тәүге икеһен хужаһына тапшырҙы.  Ка-226 Т вертолеты быға тиклемгеләренән күпкә ыҡсымыраҡ һәм ул бәләкәй караптарҙың палубаһына ла ултыра ала.

Ка 226 Т вертолетының халыҡ алдында тәүге сығышы. Уйынсыҡтай еңел осош, тамашасыға баш эйеү һәм тағы бер почетлы  әйләнешкә.  Тәүге минуттарҙан уҡ, хатта ябай күҙгә лә, осоу аппаратының еңеллеге һәм яҡшы идара ителеүе салына. Тиҙлек йәһәтенән дә вертолет күпкә етеҙерәк. Ә юғарыға күтәрелеү буйынса уға тиңдәр  юҡ, ти летчиктар. Тап ошо вертолет менән яңы донъя рекорды ҡуйылған. Летчиктар самолеттар оса торған коридорға-ун мең метрға тиклем күтәрелә алған.  Ә уңайлыҡ йәһәтенән һүҙ ҙә юҡ, ти улар.
Виталий Дорошин, летчик-һынаусы: «Быға тиклемге вертолеттар менән сағыштырғанда мерседес менән жигули кеүек. Яңы вертолет күпкә ышаныслы һәм еңелерәк идара ителә. Икенсенән был аҡыллы техника. Идара итеүҙең яртыһын тиерлек үҙ өҫтөнә ала».
Вертолеттың төп үҙенсәлеге өйрөлтмәктәре йыйылмалы. Карапҡа ултырғанда был үҙенсәлек төп өҫтөнлөккә әйләнә. Шуға ла был осоу аппараты махсус хеҙмәттәрҙә сик буйын күҙәтеү, эҙләү-ҡотҡарыу эшендә файҙаланыласаҡ. Дәүләт авиацияһы дүрт ошондай вертолетҡа заказ биргән.
Быныһы инде Ка-32 АА 11 БС вертолеты.  Ауыр күтәрелгән ,әммә  ҡеүәтле вертолет ут һүндереү һәм ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Үҙе менән ул 5 тоннаға тиклем һыу күтәрә ала. Әле вертолет  саҡ һынау үтә. Техниканың идара итеү мөмкинлектәре көйләнә. Барыһы ла яҡшы булһа ул Ҡытайға оҙатыласаҡ. Цехтарҙа иһә көнсығыш иленә  тапшырыласаҡ ҡалған осоу аппараттарын йыйыу бара. Эшселәргә ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыт юҡ. Заказды ваҡытында үтәү төп шарт.
Заказдар әле етәрлек. Цехтар ярым буш торған, хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартҡан, эш хаҡы тотҡарланған  ауыр ваҡыттар үтте, ти предприятие етәкселеге. Күмертау авиация предпариятиеһы ,,Рәсәй вертолеттары,, холдингына ҡушылыу менән яңы һулыш алды. Әгәр ике йыл элек заводты ябыу тураһында һүҙ ҡуйыртылһа, хәҙер пилотһыҙ осоу аппараттары сығара башларға иҫәп тотола.
Предприятие үҙе лә  һуңғы йылда үҙгәреш осоро кисерә. Заказдар килә  икән, цехтарҙы яңыртыу, технологиялар үҙләштереү, биналарҙы төҙөкләндереү мөмкинлеге лә бар. Етәкселек хатта, предприятиеның үҙ музейын булдырып йәштәрҙе авиацияға ылыҡтырыу, лайыҡлы алмаш әҙерләү эшен дә йәнләндермәксе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку