Башҡортостан бюджетының килем өлөшө быйыл яҡынса 10 миллиард һумға артасаҡ

Башҡортостан бюджетының килем өлөшө  быйыл яҡынса 10 миллиард һумға артасаҡ 06.02.2018

Был турала бөгөн Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай Президиумы ултырышында белдерелде.

Депутаттар төп финанс документына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проектын ҡарарға йыйына. Күҙалланыуынса, бюджет килемгә һалым һәм башҡа йыйымдар иҫәбенә тулыланасаҡ. Әлбиттә, сығымдар ҙа  күбәйә, был күрһәткес яҡынса 15 миллиард һум тирәһе булыр, тип көтөлә.  Президиум ултырышында парламент депутаттары ҡарамағына сығарыласаҡ 4 тиҫтәгә яҡын закон проекты раҫланды.  Мәҫәлән,  ҡануни тәҡдимдәрҙең береһе  алкоголле эсемлектәр баҙарына индереләсәк  үҙгәрештәр менән бәйле.  Әле сауҙа итеү урындарына һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына бер төрлө  лицензия бирелһә, киләсәктә документтар айырым буласаҡ.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың киләһе 56-сы ултырышында  Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының, Контроль-иҫәп палатаһының эшмәкәрлеге буйынса отчет сығыштарын тыңлау ҡарала. Мунициаль хеҙмәткә эшкә урынлашыусыларҙы ла үҙгәрештәр көтә. Депутаттар үҙидара органдарына эшкә алыу тәртибен еңеләйтергә йыйына. Элек был хеҙмәткә етәксе булып барыу өсөн системала 6 йыл стаж талап ителһә, хәҙер уны 4 йылға тиклем кәметеү ҡаралған. Баш белгес булып 4 йыллыҡ стаж менән урынлашырға ла мөмкин. Ә бына ябай хеҙмәткәрҙәрҙән стаж бөтөнләй талап ителмәйәсәк.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку