Башҡортостан буйынса Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт идаралығы вәкилдәре Өфө сауҙа үҙәктәренә рейдҡа сыҡты

Башҡортостан буйынса Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт идаралығы вәкилдәре Өфө сауҙа үҙәктәренә рейдҡа сыҡты 03.10.2014

Ведомство белгестәре ҡош ите хаҡтарын  тикшерҙе.

Башҡортостанда етештерелгән бройлерҙарҙың хаҡы күрше төбәктәрҙән килтерелгәне менән бер үк. Ситтән килтерелгән бройлерҙың бер килограммы яҡынса 134 һум торһа, үҙебеҙҙә етештерелгәне лә шул уҡ хаҡ менән һатыла. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт идаралығы белгестәре, республика эшҡыуарҙары ҡош итенең хаҡын сауҙа үҙәктәренә арттырып һата, тигән фекерҙә
Игорь Васильев, Башҡортостан буйынса монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт идаралығының бүлек етәксеһе:  «Рәсәйҙә санкциялар индерелеү менән үҙебеҙҙең продукция ҙур һорау менән файҙалана башланы. Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлектең хаҡын контрольдә тотоу беҙҙең бурысыбыҙ. Рәсәй граждандары беҙҙең идаралыҡҡа теге йәки был продукцияға хаҡ артыуы тураһында мөрәжәғәт итә ала.  Һуңғы ваҡытта ҡош итенә хаҡтар артыуға ялыу яҙыусылар күбәйҙе».
Ит баҙарында ҡош итенә ихтыяж ҙур. Республикала ҡош ите етештереүсе тиҫтәләгән ферма бар. Белгестәр фекеренсә,  Башҡортостанда етештерелгән бройлерҙарҙың хаҡы ситтән килтерелгәненән арзаныраҡ булырға тейеш. Был осраҡ буйынса тикшереү эше алып барыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку