Башҡортостан биләмәһе аша үткән федераль трассаларҙа октябрь аҙағына тиклем норматив хәлгә еткерелгән 170 километрға яҡын оҙонлоҡта юл сафҡа инәсәк

Башҡортостан биләмәһе аша үткән федераль трассаларҙа октябрь аҙағына тиклем  норматив хәлгә еткерелгән 170 километрға яҡын оҙонлоҡта юл сафҡа инәсәк 06.10.2017

Әле подрядсылар таушалған участкаларҙағы ҡатламды 90 процентҡа яңыртҡан.

М-5 «Урал» трассаһында эшләүсе ойошмаларҙың береһе әлеге көндә Шишмә районында асфальт йәйә. Бының өсөн улар махсус техника менән юлдың өҫкө ҡатын алып сыҡҡан. Бар эштәр ҙә көндөҙгә сәғәттәрҙә  бара. Сөнки фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында федераль трассаларҙа төнгө ваҡытта юл һалырға ярамай.
Шулай уҡ яуым-төшөм мәлендә лә хеҙмәткәрҙәр эштәрҙе туҡтатырға мәжбүр. Асфальт һалыу менән бер рәттән подрядсы ойошма юл ситен нығытырға һәм билдәләр һыҙып сығырға бурыслы.  
Эштең сифатын «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығы даими контролдә тота. Быйыл Башҡортостанға федераль әһәмиәттәге трассаларҙы  тәртипкә килтереүгә һәм ремонтлауға 9 миллиард һум күләмендә аҡса бүленгән. Яҡын көндәрҙә  Өфө янында Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Бер үк ваҡытта М-7 һәм Өфө-Ырымбур трассаларында ла күләмле эштәр башҡырылған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку