Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов айырым категория граждандарына торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә субсидия тәҡдим итеү шарттарын ябайлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул итте

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов айырым категория граждандарына  торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә субсидия тәҡдим итеү шарттарын ябайлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул итте 29.01.2015

Тейешле күрһәтмә Башҡортостан Хөкүмәтендә әҙерләнә.

Документҡа ҡул ҡуйылғандан һуң субсидия тәҡдим ителгәндә ҡулланылған  стандарттар  2015 йылдың 1 ғинуарынан  30 июнгә тиклем  кәметеләсәк. Ул күп балалы һәм тулы булмаған  ғаиләләргә 20-нән  15, ә яңғыҙ йәшәүсе пенсионерҙарға 20-нән 18 процентҡа тиклем төшөрөлә.
Коммуналь субсидиялар күп балалы ғаиләләргә һәм яңғыҙ хаҡлы ялдағыларға уңайлы буласаҡ. Субсидия алыусы башҡа категория граждандарға ул 20 процент кимәлендә ҡала. Стандарттарҙы кәметеү айырым категория граждандарына субсидиялар алырға ярҙам итәсәк.  Күҙаллауынса, быйыл ай һайын уртаса  субсидия алыусы ғаиләләр һаны 75 меңдән ашыуы ихтимал. Субсидия тултырыу өсөн республиканың халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына һәм бүлектәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку