Башҡортостан бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары һаны буйынса илдә алтмышынсы урында

Башҡортостан бәләкәй  эшҡыуарлыҡ предприятиелары һаны буйынса илдә алтмышынсы урында 02.12.2014

Республикала ун мең кешегә 10 ғына йүнсел тура килә. Республика етәксеһе әйтеүенсә, төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлектәре бар. Әммә уның менән тейешенсә файҙаланмайҙар. Тармаҡты үҫтереү юлдары Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы эшҡыуарлыҡ буйынса координация советы ултырышында тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, тулайым төбәк продуктының 20 процентын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттары тулыландыра. Был күләм бик аҙ. Илдең тышҡы иҡтисади бәйләнештәре ҡаҡшаған осорҙа тап бәләкәй предприятиеларға өмөтләнергә ҡала. Улар үҙ сиратында һәр яҡлап та ярҙам алырға тейеш. Әммә ысынбарлыҡта киреһенсә килеп сыға, тине республика етәксеһе. Эшҡыуарҙарға бюрократия күренештәре менән йыш тап булырға тура килә. Урындағы етәкселәрҙең дә  йүнселдәрҙе ҡыҫырыҡлау осраҡтары бар. Һөҙөмтәлә бизнесҡа «күләгәлә» эшләүҙән башҡа сара ҡалмай, тине Рөстәм Хәмитов.
Тотош Рәсәйҙә әле халыҡтың үҙ мәшғүллеген тәьмин итеү, йүнселлеккә ылыҡтырыу сәйәсәте алып барыла. 2020 йылға тиклем ил халҡының 60-70 процентын шәхси эшҡыуарлыҡҡа  йәлеп итеү маҡсаты ҡуйылған. Республикала ла тармаҡты  үҫтереү йәһәтенән ҙур эш башҡарыла. Быйыл эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының ҡайтанан булдырылыуы, йүнселдәрҙең мәнфәғәтен яҡлаусы омбудсмендың барлыҡҡа килеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Республика эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы төбәктәрҙән һанала. Халыҡтың үҙенән генә әүҙемлек талап ителә, тине Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку