Башҡортостан авария хәлендәге һәм иҫкергән торлаҡтан күсереү буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урында

Башҡортостан авария хәлендәге һәм иҫкергән торлаҡтан күсереү буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урында 29.09.2017

Федераль программа 1 сентябрҙә тамамланды. Ул республикала 28 меңдән ашыу кешенең  торлаҡ шарттарын яҡшыртырға булышлыҡ иткән.

Яңы фатирҙа тимер ишектең шығырлап асылыуы ла улар өсөн ҡыуаныслы. Ошоға тиклем Леушиндар ғаиләһе коммуналь фатирҙа йәшәгән. Дөйөм коридор, аш һәм йыуыныу бүлмәһе, бәҙрәф  күршеләр менән уртаҡ булған. Ҡырҡ йыл уңайлыҡтарһыҙ йәшәүсе ғаилә- әлеге фатирҙарын ожмахҡа тиңләй. Иркен аш бүлмәһе һәм уңайлы зал. Ремонт та еренә еткерелеп башҡарылған. Ә өҫтәмә биҙәү эштәрен  хужалар үҙҙәре ҙур теләк менән башҡарасаҡ.
Тамара Леушина: «Беҙҙең тормошта бөтәһе лә булды, әммә ҡырҡ йыл ғүмеребеҙ бер бүлмә эсендә үтте. Хәҙер беҙҙең иркен аш бүлмәһе һәм уңайлы залыбыҙ бар. Элекке майҙандан торлағыбыҙ уңайлыраҡ та, йәмлерәк тә. Иң мөһиме, бөтәһе лә үҙебеҙҙеке».
Яңы фатирҙарға күсенеүселәр өсөн иң шатлыҡлыһы йорт йыһаздарын урынлаштырыу һәм торлаҡ кәрәк-яраҡтарын һайлау. Хәҙер инде, өлгөр һәм бөтмөр хужаларҙы бары тик фатирҙы нисек  итеп йәшәү өсөн уңайлы итергә тигән уйҙар борсоуы ихтимал. Дүрт кешенән торған Яркиндар ғаиләһенә бирелгән  торлаҡ майҙаны элеккеһенән 10 квадрат метрға артығыраҡ.
Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса комитеты мәғлүмәттәренә килгәндә 2012 йылдың 1 ғинуарына авария хәлендә тип танылған йорттарҙан бөтәһе лә күсерелгән. Бынан  һуң тағы ла авария хәлендәге йорттар асыҡланған. 2015 йылда Республика етәкселеге тарфынан был торлаҡтан халыҡты күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Башҡортостан Рәсәйҙә  бындай ҡарар ҡабул итеүсе   берҙән-бер төбәк.  
Хәлит Мәхмүтов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Республикала бер-нисә программа эшләп килә. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн Федераль бюджеттан-6 миллиард 900 мең һум, төбәктән- 5 миллиард 900 миллион һум, муниципалитеттарҙан - 900 миллион һум аҡса бүленде».
Федераль программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә авария хәлендәге 1100 йорттан 28 меңдән ашыу кеше  яңыһына күсерелгән. 2013 йылда старт алған был программа аша бөтәһе  387  мең квадрат метрҙан ашыу  авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәр яңыһына күсерелгән.    
Авариялы һәм иҫкергән торлаҡтан яңыһына күсереү федераль программаһына тел тейҙеререлек түгел. Ул беренсе сентябрҙә тамамланды. Респбулика программаһы  
2018 йылға тиклем дауам итәсәк. Етәкселәр артабан да был өлкәлә яңы программалар буласаҡ әле, тип ышандыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку