Башҡортостан ҡаҙнаһы уҙған туғыҙ ай эсендә генә 90 миллиард һум һалым түләүҙәре менән тулыланған

Башҡортостан ҡаҙнаһы уҙған туғыҙ ай эсендә генә 90 миллиард һум һалым түләүҙәре менән тулыланған 17.11.2015

Былтырғы менән сағыштырғанда был күрһәткес, яҡынса 7 процентҡа күберәк.

Статистиканы бөгөн Башҡортостан башлығы федераль һалым хеҙмәте ойошторолоуға 25 йыл тулыу уңыйынан ойошторолған тантаналы ултырышта яңғыратты. Рөстәм Хәмитов  ведомство тарихына туҡталып,  республика тәжрибәһенә һәр ваҡыт федераль кимәлдә иғтибар бүленеүен билдәләне. Һалым хеҙмәткәрҙәренең эшенә тоғролоғо Башҡортостан һәм Рәсәйҙең иҡтисади мәнфәғәттәрен тәьмин итеүгә ныҡлы ышаныс уята, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы бер төркөм алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Федераль һалым хеҙмәтенең тарихы Башҡортостан һалым хеҙмәте идаралығыныҡы менән тығыҙ бәйләнгән. Был өлкәләге тәүге аҙымдар тап республикала һыналды. Әле киң ҡулланылған социаль номер, йәғни һалым түләүсенең шәхси һандары тап Башҡортостан ерлегендә сығарылған. Оҙаҡ йылдар ведомствоға яҡташыбыҙ Геннадий Букаев етәкселек итте. Һынылышлы осорҙа ул һалым хеҙмәтен әлеге бейеклеккә күтәрҙе, тип билдәләнде тантаналы ултырышта. Башҡортостанда әле 3 мең ярым һалым хеҙмәткәре иҫәпләнә. Улар ҡаҙна тулыландырыу менән бер рәттән илебеҙҙең иҡтисади именлеге һағында тора

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку