Башҡортостанға ислам капиталын йәлеп итеү юлдары барлана 28.10.2014

Мөмкинлектәр бөгөн Өфөлә,  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда үткән  түңәрәк өҫтәлдә лә барланды.

Халыҡ-ара кимәлдә үткән осрашыу икенсе тапҡыр ойошторола. Фекер алышыуҙа ғалимдар,  иҡтисадсылар,  социологтар, депутаттар ҡатнаша. Шулай уҡ Иран, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан кеүек ислам илдәренән белгестәр саҡырылған.  Һөйләшеүҙә билдәләнеүенсә,  илдә санкциялар индерелгән әлеге  мәлдә Үҙәк Азия һәм  Яҡын көнсығыш илдәре менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыу айырыуса мөһим. Тик ислам финанс институттарының капиталып йәлеп итеү, инвесторҙар  табыу  буйынса эш алып барырға кәрәк. Белгестәр фекеренсә, ауыл хужалығы, сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә мөмкин. Сара сиктәрендә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәрҙә  ислам  финанс компанияларының  эш тәжрибәһе лә өйрәнеләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика