Башҡортостанға аҙыҡ-түлек дефициты янамай

Башҡортостанға аҙыҡ-түлек дефициты янамай 10.02.2015

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың аграр һәм экология мәсьәләләре буйынса комитеты кәңәшмәһендә шулай тип билдәләнде.

Депутаттар һәм тармаҡ белгестәре  иҡтисади көрсөк шарттарында сағыштырмаса арзан булған ҡош итенә ихтыяж артыуын билдәләй. Был йәһәттән комитет вәкилдәре  төбәктә ҡошсолоҡто үҫтерергә, етештереүселәргә ярҙамды арттырырға кәрәк тип иҫәпләй. Иғтибарҙан импорт алмаштырыу мәсьәләһе лә ситтә ҡалманы. Хужалыҡтар сит илдә етештерелгән минераль һәм витамин комплекстарҙан, премикстарҙан башҡа эш алып бара алмай. Сөнки аналогтар йә бөтөнләй юҡ, йә аҙ күләмдә етештерелә. Шуға ҡарамаҫтан, төбәктә ҡош итенең хаҡы Волга буйы федераль округы күрһәткестәренән артмай. Бөгөн Башҡортстанда бер кешегә 16 килограмм ҡош ите етештерелә. Күрһәткесте артабан да үҫтереп була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку