Башҡорт инвестициялар төҙөлөш йорто суд ҡарары менән банкрот тип иғлан ителде

Башҡорт инвестициялар төҙөлөш  йорто суд ҡарары менән банкрот тип иғлан ителде 14.10.2016

Был компания яуаплылығында төҙөлөп бөтмәгән өс йорт иҫәпләнә. Уларҙың береһе хатта, 2011 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булған. Һөҙөмтәлә төҙөлөшкә аҡса индергән  200 иғәнәсе әлегә тиклем фатирҙарына күсә алмай.

Ҡапҡаларҙа тутығып бөткән йоҙаҡ, эргә-тирәлә берәҙәк эттәр өрөүе һәм ҡый үләне баҫҡан төҙөлөш майҙаны. Ҡасандыр гөрләп төҙөлөш барған был йорттан йөҙләгән кеше әлегә тиклем фатир асҡыстарын ала алмай.  
Әммә ике ай элек иғәнәселәр йыйылышында төҙөлөш компанияһы вәкиле халыҡты ышандырып, вәғәҙәләр биргән ине.
Төҙөүсе компанияның эште ниндәй аҡсаға теүәлләйәсәге хаҡында фараз ҡылырға ғына ҡала. Арбитраж судта ҡаралған дәғүәнән  күренеүенсә, компанияның хатта, һалым түләрлек тә аҡсаһы юҡ.
Ҡала хакимиәтендә кәмендә киләсәктә  ике йортта тулыһынса төҙөлөш эштәрен тамамларға мөмкин тип белдерәләр.
Камил Юлаев, Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат-аналитика  хеҙмәте етәксеһе: «Төҙөүсе биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Литер-13  торлаҡ йортонда төҙөлөштө тамамлар өсөн 50 миллион һум самаһы аҡса талап ителә. Торлаҡ милекселәре ширҡәтендә тороусы  граждандар ҡанун нигеҙендә был торлаҡ милкен арендаға алып берләшә ала».
Һатыу өсөн әҙер фатирлы булырға теләүсе инвестор  төҙөлөш өсөн аҡса тәҡдим итә ала. Әммә  проблемалы төҙөлөшкә миллиондар һалырға теләүсе бындай бағыусыны ҡайҙан табырға? Бөгөн ике йөҙҙән ашыу милексе  үҙ фатирын көтә. Күптәре өсөн улар менән килеп сыҡҡан  хәл икеле булһа ла, халыҡ  мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә өмөтләнә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку